Революция хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һәйкәле (Рига)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Революция хәрәкәтендә ҡатнашыусылар һәйкәле
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Рига һәм кладбище Матиса[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән гранит[d]
Архитектор Бирзениекс, Александр Кришьянович[d]
Карта

Матис зыяратында революцион хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәйкәле1959 йылдың ноябрендә Риганың Матис зыяратында асылған мемориаль ансамбль. Латвия ССР-ы Министрҙар Советының 1954 йылдың 23 декабрендә ҡабул ителгән 1016 -сы «1905 йылғы революцияның 50-йыллығы менән бәйле һәйкәл төҙөү тураһында» ҡарарына ярашлы ҡуйыла. Совет ососронда республика әһәмиәтендәге сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була.

1921 йылдың 10 июненән 11 июненә ҡарай төндә хәрби-ялан суды менән Риганың Үҙәк төрмәһендә атып үлтерелгән Латвия Коммунистар партияһының түғыҙ ағзаһы: Үҙәк Комитет секретары Я. Шилфа-Яунзем, Үҙәк Комитет ағзаһы Берце-Арайс, партияның хәрби ойошмаһы етәкселәре П. Алкснис һәм Ф. Бергманис, Тукумс өйәҙе ойошмалары лидерҙары Ж.  Легздыньш, коммунистар О. Эглитис, Э. Куммерманис, Г Миеркалнс һәм В. Лидумс иҫтәлегенә төҙөлә.

Һоро төҫтәге эре гранит блоктарҙан торған бейек оҙон стенанан ғибәрәт, уның уртаһында үлемгә хөкөм ителгән туғыҙ кешенең фигураһы тора.

Һәйкәлдең авторҙары — скульптор Лев Буковский һәм архитекторҙар Олег Закаменный һәм Бирзениексу Александр 1960 йылда Латвия ССР-ы дәүләт премияһына лайыҡ була[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список памятников Риги

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ojārs Spārītis. Un tēlnieciba pieminekļi Rīgas dekoratīvā. SIA apgāds Nacionālais, 2001. — ISBN 9984-26-024-0