Ромео һәм Джульета: төрбәлә күренеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Joseph Wright of Derby. Romeo and Juliet. The Tomb Scene. exhibited 1790 and 1791.jpg
Джозеф Райт
Ромео һәм Джульета: төрбәлә күренеш, 1790
Киндер, майлы буяу. 180×240 см
Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы, Бөйөк Британия

Ромео һәм Джульета: төрбәлә күренеш — инглиз рәссамы Джозеф Райт картинаһы. Был картина 1790 йылда яҙылған һәм 1790, 1791 йылдарҙа Дерби күргәҙмәһендә, 1839 йылда Механика Институтында, һәм хәҙерге көндә Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында күрһәтелә. Картинала, Уильям Шекспир драмаһындағы,Ромео кәүҙәһе янында теҙленеп торған Джульетта төшөрөлгән. Джульетта кемдеңдер аяҡ тауышын ишетеп, үҙен үлтереү өсөн, үҙенә кинжал сәнсә[1][2].

Микеланджело, «Титий»

Картинанаң үлсәмдәре — 180-гә 240 см[3]. Музейҙа картинанан башҡа табут рәсемен үҙгәртеп, уң яң уйымды яҡтыртып, рәсем үлсәмдәрен ҙурайтып эшләгән эскиздар күрһәтелә. Рәсемдә Джульеттаның героик һыны, Ромеоның Микеланджелоның «Титий» һыны менән оҡшаш булыуы күҙгә салына[4][5]. Картинала Райт шәмдән төшкән яҡтылы эффектын бик оҫта файҙалана.

Самуэль Рэйнер, 1839 йылғы күрғәҙмә: Райт картинаһы алыҫтағы стенала һул яҡта күренә

1776 йылда Райтҡа «Джульетта төрбәлә уяна» тигән картина яҙыу фекере килә. Картина яҙырға заказды «Шекспир галереяһы» өсөн Альдерман Джон Бойделл (Alderman John Boydell) нәшриәте бирә (Шекспир пьесаларын иллюстрацияған инглиз рәссам мәктәбен дәртләндереү өсөн йүнәлтелгән проекттың беренсе өлөшөндә). Әммә был хеҙмәт улар араһында бәхәс тыуҙыра[6]. Бойделл художниктарҙы ике сортҡа бүлеүе билдәле була, Райт икенсе сортлы була. Башҡа художниктарҙың килеме меңәрләп иҫәпләнгәндә, уға 300 фунт түләргә тейеш булалар. Бәхәс аҡса өсөн түгел, абруйын һаҡлап ҡалыу өсөн сыға.

Картина ваҡытында әҙер булһала, Бойделл бирешмәй. Хәҙерге заманда иң яҡшылар иҫәбендә йөрөгән «Ромео һәм Джульетта» картинаһы Райтта ҡала, галереяға уның «Буран» (юғалған), «Ҡышҡы әкиәт» тигән картиналары ҡуйыла. Бәлки, Райт менән Бойделл араһында башҡа килешмәүсәнлектәр булғандыр. Ошо сәбәп менән Джеймсон Норткот 9-ға 11 фут үлсәмле Ромео һәм Джульетта ҡәбер янында күренешен күрһәткән картина яҙа[6]. Был картинаны музейға килеүселәр бик йылы ҡабул итә[7].

Райт картинаһы 1790 йылда Король Академияһында күрһәтелә, әммә ул картина һуң ҡуйылғанға ҡәнәғәт булмай. Райт үҙен Король сәнғәт академияһы тарафынан кәмһетелгән тип иҫәпләй һәм Бөйөк Британия рәссамдары Йәмғиәтенә биш картинаһын ҡуя[8]. Картина Йәмғиәттә ике йыл күрһәтелә, әммә һатып алыусы булмай[3]. Картина дерби механика институты күгәҙмәһенә ҡуйылыуы билдәле, был картина Самуэл Райнер рәсемендә күренә. Рейнер коллекцияһының бик күп экспонаттары Дерби музейы йыйынтығында һаклана[9], әммә «Ромео һәм Джульетта»ға коллекцияға әйленеп ҡайтыу өсөн бик күп йылдар талап ителә.

Картина Райт үлгәс тә (1797 йыл) 1801 һәм 1810 йылдарҙа һатыуға ҡуйыла,әммә был юлы ла һатып алыусы табылмай. Һәм ниһәйәт, 1883 йылда Окс ғаиләһе Райттың васыятын үтәүселәрҙән картинаны һатып ала. 1981 йылда картинаны Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһы 33250 фунт стерлигҡа һатып ала[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Romeo and Juliet by Joseph Wright, Artfund, accessed March 2011
  2. Romeo and Juliet by Joseph Wright of Derby, Europeana, accessed March 2011
  3. 3,0 3,1 Modes, Derby Museum Catalogue, accessed March 2011
  4. Royal Collection
  5. Nicolson Benedict Joseph Wright of Derby: painter of light, Volume 1 — Paul Mellon Foundation for British Art, 1968. — P. 295.
  6. 6,0 6,1 Nicolson Benedict Joseph Wright of Derby: painter of light, Volume 1 p.155 — Paul Mellon Foundation for British Art, 1968. — P. 295.
  7. James Northcote, A Monument Belonging to the Capulets (1789), Shakespeare Illustrated, accessed March 2011
  8. 'Candidates for fame': the Society of Artists of Great Britain, 1760—1791, Matthew Hargraves, Yale University Press, 2005, 244 pages, accessed March 2011
  9. Allard Sarah Goodey's Derby p.96 — Breedon Books, 2003. — P. 157. — ISBN 1 85983 379 9.