Ростов (ҡунаҡхана, Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ростов
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов һәм Будённый проспекты
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт rostovhotel.ru
Карта
 Ростов Викимилектә

«Ростов» ҡунаҡханаһыДондағы Ростов ҡалаһының тарихи үҙәгендә өс йондоҙло ҙур ҡунаҡхана Октябрь районында урынлашҡан. 1934 йылда совет конструктивизмы стилендә архитекторҙар И.Е. Черкаси, Х.Х. Чалхушьян һәм Л.Л. Эберг проекты буйынса төҙөлгән. Дондағы Ростовта эшләп килгән был ҡунаҡхана бик боронғо[1]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конструктивизмдың хас һыҙаттары булып формаларының геометрик булыуы, фунциональ планлаштырылыуы, тимер бетондан буялмаған һоро фасадтары, ҙур майҙандарының быяланан тороуы, парапеттар аҫтында күренмәгән яҫы ҡыйыҡтары тора[1].

Файл:РНД-Ханжонков АА-Мемо(7).jpg
Ҡунаҡхана янында А.А. Ханжонков һәйкәле

Красноармейская урамынан инеү урыны ҙур ярым түңәрәк эркер менән башҡарылған. Төп инеү урыны ике пилон менән айырылып тора. Фасадтың симметриялығын горельеф билдәләй. Горельефтың авторҙары скульпторҙар С.Г. Корольков, Е.В. Вучетич. Горельеф һәм эркерҙар ике яҡтан пилястралар менән билдәләнгән. Башта горельеф өс өлөшлө композициянан торорға тейеш булған, әммә фасадында уның тик бер өлөшө генә тормошҡа ашырылған[2].

Эсендә иркен яҡты вестибюль, лифт, киң мәрмәр баҫҡыстар, антресолдәре менән вестибюле һәм баҫҡыстары булған ресторан залы бар. Ул 350 урынға иҫәпләнгән. Эс яҡтан яҡтырып тороусы аҫылмалы быяла түшәм ресторан залына ҡупшылыҡ һәм тантаналыҡ бирә. Зал аҡ кессондарҙан тора, уларға квадрат һәм түңәрәк формалағы тоноҡ быялалар кейҙереп ҡуйылған. Ишек алдында ҙур булмаған сквер булдырылған[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Здание гостиницы в 1942 году, во время оккупации

Оккупация осоронда бинала немец һалдаттары клубы урынлаша. Ҡаланы азат итеү ваҡытында ҡунаҡхана зыян күрә. Һуғыштан һуң элекке номерҙарында коммуналь фатирҙар бүлмәһе урынлаша. Тәҙрәләренән мейес-буржуйкаларҙың торбалары сығып торған. Бинала кешеләрҙең тығыҙ йәшәүе Дондағы Ростов властарына оҙаҡ ваҡыт уны тергеҙеүгә мөмкинлек бирмәй. 1965 йылда ғына архитектор Л.Л. Эберг етәкселеге аҫтында реконструкциялау тамамлана. «Ростов» ҡунаҡханаһы Дондағы Ростовта һуғыштан һуң һуңғы тергеҙелгән бина була. Шул уҡ ваҡытта уның тәүге ҡиәфәте өлөшләтә юғала: өҫкө ике ҡатҡа тиклем еткән колонналары һүтеп алына, тәҙрә рамдары ҡараңғы төҫтән аҡ төҫ менән алмаштырыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Гостиница «Ростов». Ростовское отделение ВООПИК. Дата обращения: 14 февраль 2017.
  2. Платохина, Наталья Алексеевна. Архитектурное пространство как среда развития у дошкольников ценностного отношения к родному городу. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 79.
  3. 3,0 3,1 Советский конструктивизм. Rostov-Region. Дата обращения: 14 февраль 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]