Ишһарин Рәмзил Рафаил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәмзил Рафаил улы Ишһарин битенән йүнәлтелде)
Рәмзил Рафаил улы Ишһарин
Тыуған:

13 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (48 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылы

Гражданлығы:

 Рәсәй

Партия:

Берҙәм Рәсәй

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты

ishsarin.ru
 Рәмзил Рафаил улы Ишһарин Викимилектә

Ишһарин Рәмзил Рафаил улы (13 июнь 1975 йыл) — сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берекмәләр мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы[2].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмзил Рафаил улы Ишһарин 1975 йылдың 13 июнендә Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында тыуа. Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инеп, 2003 йылда диплом ала.

1999—2000 — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Йәштәр эштәре буйынса идаралығында баш белгес.

2000—2006 — «АТ Трэйд — Башкортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары.

2006—2008 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында Йәштәр менән эшләү буйынса комитеттың баш белгесе.

2008—2009 — «Арена» Идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.

2009—2010 — «ОПОРА России» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең рәйес урынбаҫары.

2010—2011 — «ОПОРА РБ» коммерция булмаған партнерлығының вице-президенты.

2011—2012 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — агитация-пропаганда бүлеге начальнигы.

2012—2014 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитетында етәксе урынбаҫары — партия ҡоролошо бүлеге начальнигы.

2014—2016 — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе.

2016 — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты[1].

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике бала атаһы.

Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмзил Ишһалин (уңдан икенсе) башҡорт википедиясылары менән осрашыуҙа, 6.09.2017

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]