Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Түбәнге Новгород институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Түбәнге Новгород институты
Нигеҙләү датаһы 10 август 1935
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Карта

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Түбәнге Новгород институты — 1935 йылдың 10 авгусында ойошторолған һәм Федераль именлек хеҙмәте өсөн офицер кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнгән юғары хәрби-уҡыу йорто.

Төп тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылдың 10 авгусында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары һәм СССР НКВД-һы бойороғо менән Горький ҡалаһында Дәүләт именлегенең баш идаралығы системаһында дәүләт именлеге органдары өсөн оператив һәм финанс хеҙмәткәрҙәре әҙерләү буйынса СССР НКВД-һы Дәүләт именлеге баш идаралығының Горький край-ара мәктәбе ойошторола. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда мәктәптә етәксе һәм оператив состав курстары, хөкүмәт элемтәһе белгестәре, радистар һәм криптографтар әҙерләү буйынса махсус курстар ойошторола[1][2].

1946 йылдан — Түбәнге Новгород Дәүләт именлеге комитетының Горький край-ара мәктәбе, 1946 йылдан алып — МГБ, 1953 йылдан — СССР Эске эштәр министрлығы, 1954 йылдан — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты мәктәбендә хәрби контрразведка органдары хеҙмәткәрҙәре һәм дәүләт именлегенең территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре уҡый. 1957—1960 йылдарҙа Горький край-ара мәктәптә СССР КГБ-һының махсус бүлектәренән хәрби контрразведканың оператив хеҙмәткәрҙәре белем ала. Мәктәп эшләгән 1935—1960 йылдарҙа барлығы ете мең ярымдан ашыу дәүләт именлеге хеҙмәткәре әҙерләнгән. 1960 йылдың 22 ғинуарында СССР КГБ-һы бойороғо менән Горький край-ара мәктәбе тарҡатыла[1].

СССР Министрҙар Советының 1984 йылдың 9 июлендәге ҡарары һәм СССР КГБ-һы бойороғо менән Горький ҡалаһында СССР КГБ-һының Юғары курстары, 1992 йылда — Именлек минитсрлығы, 1993 йылда — Федераль контрразведка хеҙмәте курстары ойошторола. Уларҙа дәүләт именлеге хеҙмәтенең оператив һәм етәксе кадрҙарының белеме камиллаштырыла. 1985 йылдың 30 авгусында СССР КГБ-һы Юғары курстары асыла һәм1986 йылдың 27 ғинуарында ул тәүге тыңлаусыларын сығара[3][1].

1995 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән РФ ФСК Юғары курстары Рәсәй ФСБ-һы — Федераль контрразведка хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу институты итеп үҙгәртелә һәм юғары хәрби белем биреү учреждениеһына әйләндерелә. 2007 йылдың 18 авгусында РФ Хөкүмәте ҡарары мпенән Институтҡа ФСБ -ның Түбәнге Новгород хәрби-медицина институты ҡушыла һәм шул уҡ йылдың 19 октябрендә РФ ФСБ-һы бойороғо менән ике уҡыу йорто базаһында Рәсәй ФСБ-һының Түбәнге Новгород институты ойошторола. Институт үҙ тарихында дәүләт именлеге өлкәһендә ун меңдән ашыу офицер кадрҙары әҙерләй. Сығарылыусылар араһынан дүрт офицер Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була, ике тиҫтәнән ашыу офицер һуңынан генерал дәрәжәһенә тиклем үҫә[1].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 19841991 — генерал-майор И. Г. Филатов[3]
  • 2002 йылдан — генерал-майор С. М. Паршин

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Нижегородский институт ФСБ России: история. Дата обращения: 5 декабрь 2020. 2020 йыл 11 август архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «офс» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Ковганов С. Я. Подготовка сотрудников советской военной контрразведки в годы Великой Отечественной войны // Вестн. Том. гос. ун-та. История. 2019 г. № 61. — С. 26-31
  3. 3,0 3,1 Высшие курсы КГБ в Горьком. История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 5 декабрь 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ФСБ / Александр Север. — Москва : Эксмо : Яуза, 2010 г. — 574 с. — ISBN 978-5-699-39247-6
  • КГБ. Система безопасности СССР / Шевякин А. П. и Бузев Е. Ю. Изд.: Алгоритм, 2014 г. — 272 с. — ISBN 978-5-4438-0952-6

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]