Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты
Нигеҙләү датаһы 1994
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ДУМ РФ
Әһәмиәтле кеше Равиль Исмагилович Гайнутдин[d], Мухетдинов, Дамир Ваисович[d], Ильдар Рифатович Аляутдинов[d] һәм Хайретдинов, Дамир Зинюрович[d]
Принадлежит к Рәсәй мөфтөйҙәр шураһы
Нигеҙләүсе Равиль Исмагилович Гайнутдин[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Верховный муфтий[d]
Етәксе Равиль Исмагилович Гайнутдин[d]
Рәсми тел Ғәрәп теле, урыҫ теле һәм татар теле
Дәүләт  Рәсәй
Кафедральный собор Мәскәү йәмиғ мәсете
Бойһонған ойошма (филиал) Московский исламский университет[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Мещанский район[d]
Рәсми сайт dumrf.ru
Зона обслуживания Рәсәй
Бүленеп сыҡҡан Рәсәй Үҙәк диниә назараты
Мәзһәб Хәнәфи мәҙһәб


Рәсәй Федерацияһы  мосолмандары  диниә назараты
Башҡа исемдәре:

ДУМ Центрально-Европейского региона России (до 1998), Духовное управление мусульман Европейской части России (до 2014), Московский муфтият

Нигеҙләүсе:

Рауил Ғәйнетдин

Илдәр:

РФ

Мөфтөй:

Рауил Ғәйнетдин

Урынбаҫарҙры:

Дамир Ғизәтуллин
Дамир Мөхөтдинов
Рафиҡ Фәттәхетдинов
Илдар Әләүтдинов

Резиденция:

Мәскәү

Төп храм:

Мәскәү йәмиғ мәсете

Ойошҡан вакыты:

1994

Идара органдары:

Мәжлис, Президиум, Рәйес

Бүлектәре:

Аппарат, Управление делами ДУМ РФ, Отдел строительства и архитектуры, протокольный отдел, секретариат, пресс-служба.

Подконтрольные организации:

около 400 организаций из 37 регионов РФ

Юғары уҡыу йорттары:

МИУ, НИИ им. Х.Фаизханова, начальное медресе при Московской соборной мечети, МИК, начальное медресе при Исторической мечети Москвы, НИМ «Махинур», НИМ им. шейха Абдулджалила Биккинина

Правовая школа:

ханафитский и шафиитский мазхабы

Баҫмалар:

Ислам минбаре

Рәсми сайт: http://dumrf.ru/

Рәсәй Федерацияһы мосолмандары диниә назараты — үҙәкләштерелгән дини ойошма. Ул 1994 йылда Мәскәү ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Ойошма (РФ МДН) барлыҡҡа килгәндән алып уның рәйесе булып мөфтөй шәйех Рауил Ғәйнетдин тора.


Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һәм Европа төбәктәре диниә назараты булараҡ барлыҡҡа килгән.


Идаралыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ диниә назаратының резиденцияһы Мәскәү ҡалаһындағы йәмиғ мәсете комплексында урынлашҡан. Ҡарарҙар ҡабул итеүсе Юғары органы булып ошо РФ диниә назараты составындағы йәмғиәттәрҙең делегаттары һәм мәхәллә ағзалары съезы — Мәжлис тора. Эшмәкәрлекте туранан тура РФ диниә назаратының Уставына ярашлы, уның Президиумы һәм рәйесе етәкләй. Улар биш йыл һайын һайлана.

Ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ мосолмандары диниә назараты ҡоролошонда: Аппарат (эске эштәр департаменты һәм мәғариф һәм фән департаменты), РФ мосолмандары диниә назараты эштәр идаралығы, Төҙөлөш һәм архитектура бүлеге,протоколдар бүлеге, РФ мосолмандары назаратының матбуғат хеҙмәте.

Рәйестең урынбаҫарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйестең урынбаҫарҙары: рәйестең беренсе урынбаҫарҙары — Дамир Ғиззәтуллин, Дамир Мөхөтдинов, рәйес урынбаҫары — Рафиҡ Фәттәхетдинов. Мәскәү өлкәһе йәмиғ мәсете имамы, Мәскәү ҡалаһы мөхтәсибе Илдар Әләүтдинов.

Урта һәм юғары уҡыу йорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ мосолмандары диниә назараты ҡарамағында бер нисә урта һәм юғары уҡыу йорттары бар:Мәскәү ислам университеты (ректоры — Марат Мортазин), Х. Фәйезханов исемендәге Нижегород ислам институты (ректоры — Дамир Мөхөтдинов), Мәскәү йәмиғ мәсете янындағы башланғыс мәҙрәсә(директоры — Йәғәфәр Файзрахманов), Мәскәү ислам колледжы (директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы — Ислам Зарипов), Мәскәү тарихи мәсет янындағы башланғыс мәҙрәсә ( директоры — тарихи мәсет имам-хатибы Хәсән Фәхретдинов), "Маһинур" исемендәге Нижегород ислам мәҙрәсәһе (директоры — Абдулбарый Мөслимов), шәйех Абдулйәлил Биккинин исемендәге Нижегород ислам мәҙрәсәһе (директоры — Ренат Исләмов)

Матбуғат баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ мосолмандары диниә назаратының рәсми матбуғат баҫмаһы булып, Бәтә Рәсәй мосолмандары гәзите "Ислам минбәре" тора. Уның мөхәррире тарих фәндәре кандидаты Дамир Хәйретдинов. Баҫма 1994 йылдан нәшер ителә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ  мосолмандары диниә назаратының наградаһы — «За духовное единение» миҙалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Официальный сайт