Эстәлеккә күсергә

Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нариман Сабитов
Тулы исеме

Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы

Тыуған

11 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

Ҡазан

Үлгән

7 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (46 йәш)

Үлгән урыны

Севастополь

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы (11 ғинуар 1925 йыл — 9 июнь 1971 йыл) — композитор, дирижер. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1951). Ғәлимов Сәләм исемендәге (1968) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1972). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.

Нариман Ғиләжетдин улы Сабитов 1925 йылдың 11 ғинуарында Ҡазан ҡалаһында тыуған[1].

Атаһы Татар дәүләт драма театрынының актеры була. Бала сағынан музыкаға һөйөү тәрбиәләп, улына башланғыс музыкаль белемде үҙе бирә.

Буласаҡ композитор 1932 йылдан Өфөлә йәшәй. Профессиональ музыкант булырға теләк уны П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһына алып килә. 1944 йылда Нариман Сабитов Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында уҡырға инә.

1944—48 йылдарҙа композиция буйынса В. А. Белый класында уҡый. Артабан композитор һәм педагог, СССР-ың халыҡ артисы Анатолий Александров класында композиция буйынса белем ала. Фортепиано (П. Я. Слободской) класында белем ала. Бер үк ваҡытта күренекле педагогтар Виктор Сергеевич Смирнов һәм Иван Дмитриевич Дружинин ҡулы аҫтында симфоник дирижерлыҡ итеү курсын үтә. 1953 йылда уҡыуын тамамлап Өфөгә ҡайта.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1954 йылдан 1971 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында дирижер булып эшләй. 1953—1967 йылдарҙа баш дирижер була. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. Театр, симфоник, камера-вокаль, ансамбль һәм хор музыкаһы үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Ошо уҡ йылдарҙа театрҙа башҡорттарҙан тәүге профессиональ дирижер Ғәйнетдин Моталов менән бергә башҡорт композиторҙарның опера һәм балеттарын сәхәнәгә сығарыу өсөн күп көс һалалар. Улар шул дәүерҙә Мәскәү, Свердловск консерваторияларын тамамлап ҡайтҡан милли йырсыларға төп партияларҙа сығыш яһап, сәхәнә йондоҙҙарына әүрелергә ярҙам итә.

Ижади эшмәкәрлеге темаларҙың күп төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Башҡорт һәм татар музыкаль фольклорына мөрәжәғәт итеп, композицияның классик һәм заманса алымдарын менән берләштереүгә өлгәшә. Ижадында балеттар төп урынды биләп тора: «Гөлнәзирә». «Тау бөркөтө», «Яратам һине, тормош», « Айгөл иле».

Тәүге башҡорт концерттарының авторы: скрипка менән оркестр өсөн (1951. 1959, 1965), фортепьяно менән оркестр өсөн (1958). Әҫәрҙәре араһында: «Героик поэма» («Героическая поэма»; 1950), «Һунар» («Охота»; 1955), «Яулыҡ тураһында поэма» («Поэма о платке»1961); бөтәһе лә — симфоник оркестр өсөн) картиналары, Ғ.М.Рамазанов шиғырына «Үлемһеҙлек» (1952) кантатаһы һ.б.

Балалар музыкаһы әҫәрҙәре тәьҫирлеге, сағыу образлылығы менән айырылып тора: «Буратино» [1960, А. Н. Толстойҙың «Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары» («Золотой ключик, или Приключения Буратино») повесы б-са], «Мурзилка-космонавт» (1963; икеһе лә — үҙенең либреттоһы) балеттары.

«Мыйыҡһыҙ тылсымсы» («Безусый волшебник»; 1967, С. В. Волков-Кривуша менән авторҙашлыҡтағы либреттоһы) операһы, фортепьяно өсөн 4 полифоник миниатюра (1951), «Балалар альбомы» («Детьский альбом»; 1969) фортепьяно пьесалары циклы, инструменталь пьесалар, хор әҫәрҙәре.

Нариман Сабитов 200-ҙән ашыу йыр һәм романс, башҡорт һәм татар әҙиптәре шиғырҙарына вокаль һәм хор циклдары ижад итә. Композитор шулай уҡ күп кенә башҡорт халыҡ йырҙары музыкаль яҡтан эшкәртә.

Бынан тыш ул 30-ҙан ашыу спектакль һанала. Улар араһында Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» (Царская невеста"), Джузеппи Вердиҙың «Трубадур», Ж.Бизеның «Кармен», «Аҡбуҙат», Замандаштар опералары, Ч.Пуньиҙың «Эсмеральда», Л.Делибтың «Лакмс», А. П. Петровтың «Өмөт ярҙары» ("Берег надежды) һәм үҙенең балеттары.

Уның ҡатнашлығында егерменән артыҡ сит ил, рус һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре сәхнәләштерелә. 1968 йылда «Мин яратам һине, тормош!» балеты өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһына лайыҡ була.

1970 йылда башҡарылған «Айгөл иле» балеты һәм 1971 йылда баҫтырылған «Яңғыраһын йырҙар» исемле йыр һәм романстар йыйынтығы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була (1972 йылда, мәрхүм булғандан һуң).

Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы 1971 йылдың 7 июнендә Севастополдә гастроль ваҡытында мәрхүм булып ҡала. Өфөлә ерләнгән.

Уның эшен улы дауам итә. Рөстәм Нариман улы, (5.12. 1955, Өфөлә тыуған) — композитор, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре.

Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса «Прометей» балетына яҙған музыка өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була (2010).Шулай уҡ, Рәсәйҙең композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге премия лауреаты.

Опера:

  • «Мыйыҡһыҙ тылсымсы» (Өфө, 1967).

Балеттары:

  • «Дуҫлыҡ» (Әхмәтов, Хөсәйен Файзулла улы менән берлектә ;Өфө , 1954, 2-се редакцияла — «Тау бөркөтө», 1959)
  • «Буратино» (балалар өсөн,Өфө , 1960),
  • «Гөлнәзирә» (Өфө, 1963),
  • «Мурзилка-космонавт» (балалар өсөн., Өфө, 1964),
  • Яратам һине, тормош " (Өфө, 1967),
  • "Айгөл иле " (Өфө, 1971).

Оратория-хор әҫәрҙәре:

  • «Үлемһеҙлек», Ғ.Рамаҙанов һүҙҙәренә кантата (1953);

Музыкаль театр өсөн әҙәрҙәр:

  • «Тау бөркөтө» (Әхмәтов, Хөсәйен Файзулла улы менән берлектә), балет (Х.Сафиуллин сценарийы), 1958;
  • «Гөлнәзирә», балет (С.Дречин, Н.Сабитов сценарийы буйынса), 1958;
  • «Буратино», балет (А.Толстой әкиәте буйынса), 1960;
  • "Яулыҡ тураһында поэма ", хореографик күренеш , 1958;
  • «Урман ҡыҙы тураһында легенда», хореографик күренеш , 1959;
  • «Мурзилка-космонавт», балет;
  • «Яратам һине, тормош», Н.Сабитов сценарийы буйынса балет, 1967;
  • «Айгөл иле», М. Карим драмаһы буйынса балет, 1970;

Симфоник әҫәрҙәр:

  • Симфоник оркестр өсөн «Героик поэма» (1950);
  • Оркестр менән скрипка өсөн беренсе концерт (1951);
  • Оркестр менән фортепиано өсөн концерт(1958);
  • Оркестр менән скрипка өсөн икенсе концерт (1959);
  • «Тау бөркөтө» балетенан симфоник сюита (1961);
  • «Һунар» («Охота»; 1955).

Камера-вокаль әҫәрҙәр:

  • «Күҙҙәргә ҡарайым» («Гляжу в глаза»), вокаль цикл, 1965;
  • «Яңғыраһын йырҙар» («Пусть звенят песни»), башҡорт шағирҙары шиғырҙарына йырҙар һәм романстар, 1971;
  • «Яҙғы йырҙар», "Һөйөү йырҙары « башҡорт шағирҙары шиғырҙарына, 1968.

Камера-инструменталь әҫәрҙәр :

  • Фортепьяно өсөн ете көй (Семь наигрышей для фортепиано), 1965;
  • Фортепьяно өсөн прелюдиялар (Прелюдии для фортепиано).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2020 йылдың ғинуарында Өфөлә Нариман Сабитов иҫтәлегенә төрлө саралар уҙғарылды, композиторҙың бюсы асылды. Уның авторы Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров[2].
  • Өфөләге 1-се балалар музыка мәктәбе Нариман Сабитов исемен йөрөтә.
  • Өфөлә композитор йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 1995 йылдан Өфөлә Н.Сабитов исемендә Халыҡ-ара башҡарыусы-музыканттар конкурсы ойошторола (фортепиано, скрипка, вокал)[3].
  • Ғөбәйҙуллин Н. Яңы башҡорт балеты, „СМ“, 1963, № 9.
  • Бикчәнтәев Ә.Һ., Нариман Сабитов. — Өфө, 1968.
  • Ахметова Г. Х. Нариман Сабитов (камерно-вокальное творчество). \/<һ» 108?