Саввинова Гөлнара Егоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саввинова Гөлнара Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Яҡут Республикаһы
Тыуған урыны Үрге Бүлеү
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты

Саввинова Гөлнара Егоровна  — М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль (Яҡут дәүләт) университеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Төньяҡ-Көнсығыш халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте институтының Культурология кафедраһы доценты[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлнара Егоровна Саввинова Яҡут АССР-ының Верхневилюйск (якут. Үөһээ Бүлүү, башҡортса Үрге Бүлеү) ауылында тыуған.

М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университетының тарих-филология факультетының яҡут теле бүлеген «Филолог. Яҡут теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса, филология факультетының рус бүлеген «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлаған.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылда педагогия эшмәкәрлеген башлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы, тарих, саха теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була.

1996 йылдан 2000 йылға тиклем М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль (Яҡут дәүләт) университеты культурология кафедраһында өлкән лаборант һәм бер үк ваҡытта ассистент булып эшләй, «Этика һәм эстетика нигеҙҙәре» курстарын алып бара.

2000—2002 йылдарҙа — тел һәм мәҙәниәт кафедраһында ассистент,

2002—2005 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы,

2005 йылда профессор В. Б. Окороков етәкселегендә, ХХ быуат башындағы яҡут яҙыусылары әҫәрҙәренә нигеҙләнеп, «Яҡут әҙәбиәтендә тәбиғәтте һүрәтләүҙең художество аспекттары» («Художественные аспекты изображения природы в якутской литературе») темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2006—2016 йылдарҙа Яҡут дәүләт ауыл хужалығы академияһының Иҡтисад факультетында тел һәм мәҙәниәт кафедраһы доценты булып эшләй.

«Мәҙәниәт», «Тыуған яҡты өйрәнеү», «Эшлекле коммуникациялар», «Яҡутстан халыҡтары мәҙәниәте», «Яҡутстан тарихы», «Музей эшен өйрәнеү» курстарын алып бара.

Әлеге ваҡытта Культурология, Эшлекле коммуникациялар, Музей-күргәҙмә эшмәкәрлеге, Яҡутстан халыҡтары мәҙәниәте дисциплиналарын уҡыта.

Фәнни эш барышында йыйынтыҡтарҙа, коллектив монографияларҙа һәм журналдарҙа, кандидатлыҡ диссертацияһы һәм яҡут мәҙәниәте темаһы буйынса 60-тан ашыу мәҡәлә, шул иҫәптән 1 автореферат, 1 монография, яҙылған һәм баҫылған.

Рәсәй Фәндәр Академияһы Себер бүлексәһенең Монголия ғилеме, буддология һәм тибетология институты (Улан-Удэ ҡалаһы, 2013 йыл) — Диссертация советы эшендә оппонент.

Рәсәй Федерацияһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте институтында (Якутск ҡалаһы, 2014) — Диссертация советы эшендә оппонент

Финляндияның Инари ҡалаһында урынлашҡан Саам төбәгенең Мәғариф үҙәндә ВЕВО Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы ултырышында — «Төп халыҡтар: мәҙәни әһәмиәт һәм арктик изгелектәрҙе яҡлау, бер-береһенә ихтирам итеү нигеҙендә партнёрлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу» Халыҡ-ара семинарында ҡатнашты (2014 йылдың 12-13 июне).

«Аграр юғары уҡыу йортонда фән: инновациялар, проблемалар һәм перспективалар» халыҡ-ара ғилми мәҡәләләр йыйынтығы мөхәррире («Бичик» нәшриәте, 2004)

Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте һөнәре буйынса диссертацияларҙы рецензиялау

Студенттарҙың фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыуына етәкселек итеү

Арктик дәүләт агротехнология университеты (ЯГСХА) тураһында «Ваҡыт сатында…» ғилми-педагогик, мәғлүмәти китабының автор-төҙөүсеһе («Бичик» нәшриәте, 2009)

Арктик дәүләт агротехнология университетында (ЯГСХА) — юғары уҡыу йорттары араһында, республика ғилми-ғәмәли конференцияларын ойоштороусы һәм етәксеһе (2010—2015 йылдар)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Саха (Яҡут) Республикаһының Фән һәм һөнәри белем биреү министрлығының почёт грамотаһы (2005, 2008)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

К вопросу о сюжетных мотивах олонхо и эпосов тюркоязычных народов Художественные аспекты изображения природы в якутской литературе: По произведениям якутских писателей начала XX века

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [https://sci.e.nlrs.ru/open/73737?ysclid=ldt3kk7th6943684475 Вклад женщин-ученых в этнографическое изучение якутов Contribution of Female Scholars to the Ethnographic Study of the Sakha People Саввинова Гульнара Егоровна]