Саҙыйҡов Фәрит Шәмсетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Саҙиҡов Фәрит Шәмсетдин улы (29 сентябрь, 1927 йыл20 декабрь, 1987 йыл) — БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы, Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено тракторисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1967).

Тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саҙиҡов Фәрит Шәмсетдин улы 1927 йылдың 29 сентябрендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған.

Башланғыс белемле. Хеҙмәт юлын 1941 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхозда тракторист булып башлай. 1947 йылдың февраленән май аҙағына хәтле Ҡарламан МТС-ында трактористар курсында уҡый. 19471959 йылдарҙа тракторист булып, 1959 йылдан алып — Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса механизацияланған звено етәксеһе булып эшләй.

Һигеҙенсе биш йыллыҡта (19661970) Ф. Ш. Саҙиҡов етәкләгән звено планда ҡаралған 200 центнер урынына гектарынан 341 центнер шәкәр сөгөлдөрө уңышы йыйып ала. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың тәүге өс йылында пландағы 220 центнер урынына 345 центнер уңыш ала. 1973 йыл — пландағы 21 245 центнер урынына 49 124 центнер уңыш алып, социалистик йөкләмәне 141 процентҡа үтәй. 94 гектар ерҙең һәр гектарынан 522-шар центнер уңыш алып, рекорд ҡуя. Республика сөгөлдөрсөләре араһында Саҙиҡов звеноһы беренсе урынды яулай. Сөгөлдөр етештереүҙә өс йыллыҡ план 156 процентҡа үтәлеп, планда ҡаралған 61 054 центнер урынына 95 705 центнер татлы тамыр йыйып алына. Сөгөлдөр һатыу планын звено 141 процентҡа үтәй — пландағы 58 470 центнер урынына 82 453 центнер шәкәр сөгөлдөрө хөкүмәткә һатыла. Звено был уңыштарға шәкәр сөгөлдөрө культураһын үҫтереү технологияһын камиллаштырыу, һөрөнтө ерҙәрҙе комплекслы механизация юлы менән эшкәртеү һәм шәкәр сөгөлдөрөн ағымлы һәм йөк күсереп тейәү ысулы менән йыйыу арҡаһында ирешә.

1973 йылғы Бөтә Союз социалистик ярышында хеҙмәт батырлығы күрһәтеп,ерҙән алынған уңыш планын арттырып үтәп, хөкүмәткә һатҡан һәм был эштә ҙур һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрендәге Указы менән Ф. Ш. Саҙыйҡовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) депутаты.

Саҙыйҡов Фәрит Шәмсетдин улы 1987 йылдың 20 декабрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герой исеме Ибраһим ауылының бер урамына бирелгән .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. {0}[13]{/0}} (1936) П-С. 2009. -576 с. ISBN 978-5-88185-072-2 науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саҙыйҡов Фәрит Шәмсетдин улы. «Герои страны» сайты.

http://bashkortostan450.ru/interactive-map/regions/r31/r31_33.html?gord=1&template=46 2013 йыл 11 декабрь архивланған.