Сипылдауыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сипылдауыҡ
Сипылдауыҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ржанка һымаҡтар
Ғаилә: Сипылдауыҡтар
Ырыу: Сипылдауыҡ
Төр: Сипылдауыҡ
Латинса исеме
Glareola nordmanni


Сипылдауыҡ, ҙур ҡарлуғас, ялан-ҡарлуғасы (степная тиркушка)

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Оҙон тар ҡанатлы ҡош. Парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ҡойроғо айырсалы. Ҡойроҡ өҫтө, ҡорһағы аҡ, һырты ҡара-көрән. Түше ерән. Тамағындағы асыҡ һарғылт ерән тап ҡара һыҙат менәң уратылған. Суҡышы ҡара, ауыҙының сите ҡыҙыл, аяҡтары ҡара. Ҡарлуғастан байтаҡ ҙур булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «пийп-пийп-пийп» йәки «керр».

Батҡыллы йылға һәм күл буйҙарында йәшәй. Төп аҙығы — сиңерткә, башҡа бөжәктәр менән дә туҡлана. Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Ояһы ерҙә. һарғылт көрән һәм ҡара төртөктәр, сыймалаҡтар менән ҡапланған 2—3 бөртөк һарғылт йомортҡаһы була.