Ситдиҡов Мөхәмәт Хәмзә улы
Мөхәмәт Хәмзә улы Ситдиҡов | |
Тыуған көнө |
8 сентябрь 1943 (81 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Белорет районы, Татлы ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
газ сәнәғәте инженеры |
Наградалары һәм премиялары |
"1941 - 1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы" юбилей миҙалы, "Алыҫ поход өсөн" жетоны,"В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн" миҙалы |
Ситдиҡов Мөхәмәт Хәмзә улы (8 сентябрь 1943 йыл - 25 февраль 2023 йыл) — Хеҙмәт ветераны, «1941 — 1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы» юбилей миҙалы (7 май 1965), «Алыҫ поход өсөн» жетоны ([1]), «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы кавалеры (27 март, 1970).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған.
Атаһы Хәмзә Ситдыҡ улы — ауылға нигеҙ һалған Илмәш старшина тоҡомо, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тимер юл эшсеһе[2], әсәһе — төбәктәге атаҡлы Әхмәт мулла[3] ейәнсәре Сәфәрбикә Һарун ҡыҙы.
1959 йылда Магнитогорск ҡалаһында 18-се төҙөлөш училищеһына уҡырға инә. 1961 йылда, уны тамамлағас, 4-се төҙөлөш идаралығының «Магнитстрой» тресында хеҙмәт юлын башлай.
1963 йылда Флотҡа ғәскәр хеҙмәтенә алына. Ул ил һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1965 йылдың 7 майында «1941 — 1945 йй Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы» юбилей миҙалы, 1966 йылдың 26 февралендә «Алыҫ поход өсөн» жетоны менән бүләкләнә.
1967 йылдың ноябрендә, 4 йыл хеҙмәт итеп, Армиянан ҡайта һәм Салауат нефтехимия комбинатына эшкә урынлаша, унда установка начальнигы дәрәжәһенә тиклем үҫә. Намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулап, 1970 йылда «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1974 йылда Өфө нефть институтының Салауаттағыкиске бүлексәһен тамамлай.
1976 йылда Мөхәмәт Хәмзә улы Нижневартовскиға «Сибнефтепереработка» производство берекмәһенә күсерелә. Бында ул 1984 йылға тиклем эшләй.
1985 йылдың апрелендә Ханты-Манси автономиялы округының Радужный ҡалаһына, «Сибнефтепереработки» берекмәһенең баш технологы итеп күсерелә. 1988 йылда идаралыҡтың газ эшкәртеү буйынса начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Мөхәмәт Хәмзә улы газ эшкәртеү буйынса байтаҡ рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индереп, технологияны камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә һәм тармаҡ буйынса маҡтаулы грамоталар ала[4]
Предприятие баҙар шарттарында үҙгәрештәргә дусар була, ул 1995 йылда «Варьеганнефтегаз» берекмәһе составына индерелә.
Хеҙмәт стажы буйынса хаҡлы ялға сығыр ваҡыты етһә лә, предприятиеның башҡа тармағына күсеп, Мөхәмәт Ситдиҡов эшләүен дауам итә.
1991 йылда уға «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исем бирелә[5].
2001 йылдың 9 апрелендә «Варьеганнефтегаз» ААЙ-йында тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Энергетика Министрлығы уға рәхмәт белдерә.
2011 йылдың 28 ноябрендә, ярты быуаттан ашыу хеҙмәт юлын тамамлап, хаҡлы ялға сыға.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009, с. 13
- Они вернулись с победой. Т.3. -Уфа: Китап, 2004.- с. 416
- Трудовая книжка Ситдикова М. Х.
- Военный билет Ситдикова М. Х.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление Губернатора ХМАО от 22.06.1999 N 239 "О присвоении звания «Ветеран труда»[3] 2015 йыл 23 март архивланған.
- Устройство для очистки газа.[4]
- Положение о жетоне «За дальний поход» [5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ МВФ-тың Хәрби Диңгеҙ Флоты Баш Командованиеһы ҡарары, № 50 , 26 февраль,1966
- ↑ Они вернулись с победой. Т.3. -Уфа: Китап, 2004. — 672 с. — с.416
- ↑ Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009, с. 13
- ↑ Устройство для очистки газа.[1]
- ↑ Постановление Губернатора ХМАО от 22.06.1999 N 239 "О присвоении звания «Ветеран труда»[2] 2015 йыл 23 март архивланған.