Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 1 декабрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәҙәниәт хеҙмәткәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1 декабрь 1958 йыл) — музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флүрә Булат ҡыҙы Ситдиҡова БАССР-ҙың (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Октябрьский ҡалаһында 1958 йылдың 1 декабрендә тыуған.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.

1987 йылда Ҡаҙан консерваторияһында ассистентура-стажировка үткән.

1983—85 һәм 1987 йылдарҙан - концертмейстер.

1992 йылдан уҡыта башлай, 2001 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы инструменттар кафедраһы мөдире.

Бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһында 1982-1992 йылдарҙа "Башҡортостан" камера оркестры артисы. 1992-93 — "Башҡортостан солистары" ансамблендә, 1996-98 — Боронғо музыка ансамблендә эшләй, 2000 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы квартетында, 2012 йылдан — “Пьяццолла‑трио” ансамблендә ҡатнаша.

Уның репертуарында сит ил камера музыкаһы (И.С.Бах, Л.Бетховен, И.Брамс, К.Дебюсси, Р.Шуман һәм башҡалар), башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре (Р. Х. Ғәзизов,Н. Ә.Дауытов, Х. Ш. Заимов, З. Ғ. Исмәғилев, Н.Г.Сабитов, С.Ғ. Шаһиәхмәтов һ. б.) була.

Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

25 фәнни һәм уҡытыу-методика буйынса хеҙмәттәр авторы [1]

Ижади ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Төбәк йәш музыканттар конкурсы лауреаты (Өфө, 1976).
  • Халыҡ-ара “ХХI быуат сәнғәте” конкурсы лауреаты (Киев, 2004)
  • Халыҡ-ара симфоник һәм камера музыкаһы фестивале дипломанты(2005)
  • Халыҡ-ара классик музыка фестивале лауреаты (Испания, 2008)
  • “Талант ҡанаттарында” конкурс‑фестиваляе дипломанты (2014)
  • Республика аккомпаниаторлыҡ сәнғәте фестивале дипломанты (2016)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).
  • «Русское исполнительское искусств» Фонды премияһы лауреаты

Ғилми әҫәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Скрипичный текст в сольных и ансамблевых сочинениях западноевропейского барокко. Уфа, 2015 (соавт.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

.