Сиэтл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиэтл

Сиэ́тл (ингл. Seattle, шулай уҡ Сиэттл, Сиетл тип яҙыла ала) — АҠШ-тың көньяҡ-көнсығышында һәм Вашингтон штатында иң ҙур ҡала. Ҙур диңгеҙ порты. Сиэтл ҡалаһы — Кинг округынын административ үзәге. Вашингтон күле һәм Пьюджет ҡултығы араһында урынлашҡан.

Сиэтл 1851 йылдың 13 ноябрендә Артур Денни төркөмө менән һалынған һәм Нью-Йорк Алки тип аталған. Чинук диалектынан был «Киләсәк Нью-Йорк» һүҙенең тәржемәһе.

1853 йылда Девид Мэйнард ҡасабаны урындағы ырыуҙар батшаһын тәбрик итеп Сиэтл тип атарға тәҡдим бирҙе.

Вашингтон штаты Финанс Идаралығының рәсми мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылдың 1 апрель (Алағарай) көнөнә торошло ҡалала 612 мең кеше йәшәне.

1869 йылдан ҡаланы кешеләр араһында «Король ҡалаһы» тип атанылар. Ошо исем бер портлендт күсемһеҙ мөлкәт агентлығы ҡалаға бирҙе.

1982 йылда Кинг огругы чиновниктары ҡаланын икенсе исеменә конкурс ойошторҙо. «Ғәүһәр ҡалаһы» (ингл. Emerald City) тиғән исем еңде. Шулай уҡ Сиэтлды «Аляскаға ҡапҡас», «ямғырҙар ҡалаһы», «Джет-сити» (ҡалала Boeing урынлашҡаны өсөн) тип атайҙар.

Сиэтл ҡалаһы йәшәүселәрҙе сиэтлиттар инглиз теленән тәржемә итәбеҙ.

Сиэтл күп уңыштар менән айырыла:

  1. Гранж стиленең тыуған урыны
  2. кофе эсеү мәҙәниәте (күп Америка кофейнялары Сиэтлда һалынған)
  3. сиэтлиттарҙың 51%-ы юғары белемле
  4. Джими Хендрикс, Билл Гейтс, Курт Кобейн, Брюс Ли, Марк Арм, Лейн Стенли, Кристофер Кнаб, һ. б. күренекле кешеләр Сиэтл исеме менән бәйле.