Сорокин Фрол Прокофьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сорокин Фрол Прокофьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Богородский, Благовещен районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Сорокин Фрол Прокофьевич (1904 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1945) кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сорокин Фрол Прокофьевич 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Благовещен районы Богородский ауылында тыуа. 1942 йылдың апрелендә Өфө ҡалаһы Молотов районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының Һауа һөжүменә ҡаршы 20-се айырым гвардия дивизионында ДШК пулеметы взводының командиры булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың 3 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында ДШК пулеметы взводы командиры Сорокиндың батырлығы тураһында былай тип тасуирлана:

« Полктың һөжүм итеү һуғыштарында һауа һөжүменә ҡаршы взвод менән командалыҡ итеп, иптәш Сорокин үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Уның етәкселегендә взвод күп тапҡыр дошмандың полк подрпзделениеларына һөжүм итеүен кире ҡаға. 1943 йылдың 24 октябрендә дошман самолеттарының көслө һөжүме ваҡытында үҙҙәренең пулемет уты менән дошманға ҙур бейеклектә торорға мәжбүр итеп, бомба ташлауға мөмкинлек бирмәй. Дошман самолеттары икенсе объектҡа китергә мәжбүр була. »

1945 йылдың 20 ғинуарында Пабяница районында гвардия старшинаһы Сорокин Фрол Прокофьевич үҙенең взводы менән дошман авиацияһы һөжүмен кире ҡаға һәм 62-се гвардия кавалерия полкы колоннаһын һауалағы дошман һөжүменән һаҡлап алып ҡала.

1945 йылдың 22 ғинуарында Железнув районында ҡапма-ҡаршы һөжүм итеү һуғышында иптәш Сорокин үҙенең взводы менән дошмандың 10 һалдатын, 2 офицерын һәм бер станок пулеметын юҡ итә һәм 62-се гвардия кавалерия полкы подразделениеларының алға барыуын тәьмин итә. Бынан тыш уның взводы дошмандың 15 һалдатын һәм офицерын әсирлеккә ала.

1945 йылдың 19 мартында гвардия старшинаһы Сорокин Фрол Прокофьевич подразделениеның 7/н бойороғо менән II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

Томашув ҡалаһы өсөн барған һуғышта Сорокин взводы 1-се эскадрон флангыһында булып, пулеметтарының көслө уты менән дошманды сигенергә мәжбүр итә һәм эскадронға алға барыуҙы тәьмин итә.Һуғыш аҙағына тиклем ДШК пулеметының ауыр булыуына ҡарамаҫтан артҡа ҡалмай һәм хәрби торошта була. Эскадрон дошмандың станок пулеметының көслө уты аҫтында траншеялары алдында туҡтап ҡалғанда, Сорокин алға, бейеклеккә сыға һәм уларҙың көслө уты аҫтында пулеметтарын күреп ҡала һәм үҙенең ДШК менән уларҙы юҡ итә. Железякув станцияһын үткәс маршта ҡаршы һөжүм була. 4-се эскадрон уң яҡтан да, һул яҡ флангтан да ҡыҫымға алына. Сорокин юғалып ҡалмай, ДШК взводын сығара һәм ике флангта ла ут нөктәләрен юҡ итә. Был алышта ул дошмандың 35 һалдатын һәм 4 офицерын юҡ итә. Колоннаны үткәреп, дошман полктың төп көстәре менән һуғыш башлай. Полк взводы ауыр хәлдә ҡала, аттар составы юҡҡа сыға, Старшина Сорокин һуғышты ҡабул итергә команда бирә. ДШК пулеметының көслө утына сыҙамай, зенит ҡоролмаһы менән машинаһын, 2 мотоциклын, 2 станок пулеметын ҡалдырып, дошман ҡаса башлай[2].

Бер станция һәм ҡала өсөн һуғышта немец авиацияһы колоннаны утҡа тота. Ошо һуғышта Сорокин батырлыҡ күрһәтә. Дошман самолеты взводты туранан-тура пикелап оса, бричка менән аттар күп үлә, Сорокин йәшерен пулемет уты менән дошмандың 1 самолетын яндыра. Был батырлығы өсөн гвардия старшинаһы Сорокин Фрол Прокофьевич 1945 йылдың 17 мартында Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 686196 Дело ист. информации: 1544
  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 690306 Дело ист. информации: 2632
  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 686044 Дело ист. информации: 3624