Эстәлеккә күсергә

Стуков Иннокентий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стуков Иннокентий Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 август 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Иркутск өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Ойошма ағзаһы Общество старых большевиков[d]

Иннокентий Николаевич Стуков (4 август 1887 йыл4 ноябрь 1936 йыл) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, РСФСР Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы. Өфө революцион комитеты рәйесе (1919). РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе (1920).

Священник улы. Троицкосавск (Кяхта) ҡалаһында реаль училищены тамамлай. Психоневрологик институтында уҡый, әммә уны тамамламай, артабан пехота хәрби училищеһында уҡый. РСДРП-ла 1905 йылдан, большевик. Батша төрмәләрендә 6 йыл үткәрә, 1911 йылда Томск губернаһындағы һөргөндән ҡаса. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһы ағзаһы. Владимир, Тверь һәм Калуга округтарынан Учредителдәр йыйылышына һайлана, 5 ғинуарҙағы ултырышта ҡатнашыусы.

1918 йылдан алып РККА-ла, 5-се армияның Реввоенсовет ағзаһы. 1919 йылда Өфө революцион комитеты рәйесе, 1920 РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе[1]. «Совет Себере» журналы нәшриәтенең редакторы була, 1920-1921 йылдарҙа «децист»арға (группа демократического централизма) ҡушыла. 19261927 йылдарҙа берләшкән оппозицияла ҡатнаша, шунан һуң партия сафтарынан сығарыла һәм һөрөлә. Артабанғы йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби һәм хужалыҡ эшендә. 1936 йылда РСФСР-ҙың Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы.

1936 йылдың 21 мартында ҡулға алына. СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. 1936 йылдың 4 ноябрендә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла. 1957 йылдың 30 ноябрендә, үлгәндән һуң, аҡлана.

  • Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. М., РОСПЭН, 2008.