Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы (1921 йылдан) — ауыл хужалығы техникумы

Атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны биләмәһендәге (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Ермолаевка ауылында Көйөргәҙе ауыл хужалығы техникумы булараҡ нигеҙләнә.

1933 йылдан ауыл хужалығы етәкселәрен әҙерләүсе Көйөргәҙе техникумы,

1957 йылдан — Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумы,

1972 йылдан, Стәрлетамаҡ районы «Заливной» совхозы менән берләштерелгәндән һуң, совхоз‑техникум тигән атама бирелә[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдан — Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, 2014 йылдан — Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы.

1957–1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлаша.

2005 йылда техникум составынан «Стәрлетамаҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы айырылып сыға. Ишембай районының Петровское ауылында һәм Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында филиалдары эшләй.

Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ветеринария, ауыл хужалығын механикалаштырыу, компьютер системаларында программалау, автомобиль транспортын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе һ. б. һөнәрҙәр буйынса алып барыла. 4 компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм уҡыу залдары, спорты комплексы, колледж тарихы һәм патология анатомияһы музейҙары, медицина пункты, 5 уҡытыу‑производство оҫтаханалары, 4 ятағы, уҡытыу-ветеринар клиникаһы, хайуандарҙы дауалау өсөн стационар, уҡыу‑коллекция участкаһы, баҡсаһы, автотрактородром, авто‑ һәм ауыл хужалығы машиналары бар. 2015 йылға ҡарата 17 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, улар араһында

Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү институты менән хеҙмәттәшлек итә.

Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы 1921 йылдың 6 октябрендә асыла һәм тәүге ниәт буйынса ике әҙерлек төркөмө һәм дүрт махсус класы булған урта училище булараҡ ойошторола. Техникум ҡайҙа ғына урынлашмаһын һәм нисек кенә аталмаһын, ул үҙенең традицияларына һәм тәғәйенләнешенә - ауыл хужалығы производствоһы өсөн кадрҙар әҙерләүгә тоғро ҡала.[2]

Хәҙер Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында урынлашҡан.

Һөнәрҙәр

Төп урта белем һәм тулы урта белем нигеҙендә:

- «Ауыл хужалығын механизациялау». Квалификация – техник.

- «Автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү». Квалификация – техник.

- «Ветеринария». Квалификация – ветеринар фельдшер.

- «Компьютер системаларында программалаштырыу». Квалификация – техник.

- «Агрономия». Квалификация – агроном.

Өҫтәмә рәүештә эшсе һөнәрҙәргә: «В», «С», «D», «Е» «F» категориялы тракторсы-ауыл хужалығы производствоһы машинисы һәм башҡа һөнәрҙәргә (хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы яһалма аталандырыу, «В» категориялы водитель, электрон-хисаплау машиналары операторы, химик анализ лаборанты, умартасы, автомобиль йүнәтеү буйынса слесарь, яғыулыҡ аппаратураһы буйынса слесарь) эйә булыу мөмкинлеге бар.

Техникумды тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]