Суҡтурғай
| Суҡтурғай | ||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||||||
| Bombycilla garrulus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||||||
|
|
Суҡтурғай (урыҫ.свиристель, йәки обыкновенный свиристель, лат. Bombycilla garrulus) — турғайҙар отрядындағы һайрасы ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Сыйырсыҡ ҙурлығында. Башында бүрке бар. Ҡауырһыны ҡуйы, беше. Дөйөм төҫө алһыу һоро, ҡара ҡанаттарында тар ғына һары һәм киңерәк аҡ һыҙыҡтар, асыҡ ҡыҙыл тап бар; ҡойроғо, тамағы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡтар ҡара; ҡойроғоноң осо асыҡ һары. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел
Тереклек итеүе [үҙгәртергә]
Ҡайын йәки ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ҡышҡыһын күсеп йөрөй. Тауышы яғымлы ғына сырылдау; "сирррири -сиррири". Ояһы ағас баштарында була. Башҡортостанда ҡыш көнө уларҙың һаны арта төшә.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Яҙ һәм йәй көндәрендә бөжәктәр,үләндең йәш һабаҡтары, башҡа ваҡытта төрлө емеш- еләктәр менән туҡлана. Башлыса миләш, балан, омела(паразит үҫемлек), көртмәле.
Үрсеүе [үҙгәртергә]
Инә ҡош ҡара тарлы күкһел 3-7 йомортҡа һала.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфөү1986 йыл. 104-се бит.