Эстәлеккә күсергә

Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы
Сыртланова
Тыуған ваҡыты

15 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Бәләбәй ҡалаһы[1]

Үлгән ваҡыты

1 октябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

ТАССР, Ҡазан

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Хәрби Һауа көстәре

Хеҙмәт итеү йылдары

июль 19411945

Хәрби звание

гвардия өлкән лейтенанты

Часть

325‑се авиация дивизияһының 46‑сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы

Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (15 июль 1912 йыл — 1 октябрь 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1946).

Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова 1912 йылдың 15 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бәләбәй ҡалаһында[1] тыуған. 1930 йылдан алып Кокандта, 1932 йылдан — Тбилиси ҡалаһында эшләй. 1941 йылда Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың декабренән Төньяҡ Кавказ, 4‑се Украина һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се һауа армияһының 325‑се авиация дивизияһы 46‑сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары гвардия өлкән лейтенант Мәғүбә Сыртланова 780 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ҡазанда йәшәй һәм эшләй, 1971 йылдың 1 октябрендә шунда вафат була.

Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән.

  • Бәләбәй ҡалаһындағы урамға һәм ҡаланың 2‑се һанлы мәктәбенә Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова исеме бирелгән, шунда уҡ уға бюст ҡуйылған.
  • Ҡазан ҡалаһындағы урамға һәм ҡаланың 52‑се һанлы гимназияһына[2] Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова исеме бирелгән, шунда уҡ уға бюст ҡуйылған.
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһы.
  2. http://history-kazan.ru/2011/07/8359/
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Герои Великой Отечественной войны. Выпуск IV. — 1974 г.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. Т.2. — М.: Воениз. 1988.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Кн. 3. — Уфа: Башкирское кн. изд., 1968.
  • О чём грустят кипарисы. — Шамиль Ракипов