Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Туҙлыкыуыш, Рәсәй
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены

Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы (рус. Сайфутдинов Шайхутдин (Шайхи) Сайфутдинович 1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1941 йылдың ноябрендә Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан). 60-сы гвардия кавалерия полкының 76-сы батареяһында хеҙмәт итә[1]. 76 мм артиллерия батареяһы гвардия рядовойы Сәйфетдинов Шәйхетдин Сәйфетдин улы 1944 йылдың 11 ноябренән 25 апреленә тиклем дошмандың көслө уты аҫтында 300 метр арауыҡта шыуышып снаряд менән йәшниктәрҙе батареяның утлы һыҙығына үҙ ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ ташый, шуның менән дошман төркөмөн юҡ итергә ярҙам итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Сәйфетдинов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]