Сәкмән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәкмән
Ырымбур. Уҡалы сәкмән бөркәнгән башҡорт ҡыҙы 1870-се йй. Авторы К. Фишер
Камер-казактарҙың тантана кейеме (кафтан, сәкмән, башлыҡ). Кафтан күк буҫтауҙан; сәкмән - аҡтан. Алтын епле уҡа менән биҙәлгән

Сәкмән (әзерб. Çəpkən) — ир-аттың халат менән кафтан аралығындағы өҫ кейеме. Ғәҙәттә буҫтауҙан тегелә. Сәкмәндең һул яҡҡа ҡаратып элеп кейгәндәр: ҡаптырмаһын уң яҡ сабыуға, ә элмәген уң яғына теккәндәр [1]. Сәкмәндәр төрки халыҡтарҙа киң ҡулланылған, шулай уҡ казактар ҙа кейә торған булған. Үҙәк һәм Урта Азия, Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Төньяҡ Кавказ, Волга буйының күп халыҡтарында таралған була.

Башҡорт сәкмәне[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт сәкмәндәрен йөн туҡыманан (буҫтауҙан) итәк-яғаһының ситтәрен, ең остарын сигеп, шулай уҡ ҡыҙыл буҫтау, уҡа менән әҙепләп текккәндәр. Биле киң, иркен - елбәгәй, һирәкләп билбау бәйләп, бишмәт, кәзәкей өҫтөнән кейгәндәр.Шулай уҡ ғәскәри кейем дә булған [2].

Ирҙәр сәкмәне - тура, ә ҡатын‑ҡыҙҙыҡы билле, аҫҡа табан киңәйеп киткән булған. Ирҙәр сәкмәнен башлыса өйҙә туҡылған аҡ йәки һоро буҫтауҙан, ҡыҙыл йәки йәшел фабрика буҫтауынан теккәндәр, ҡыш кейә торғандарына төлкө, тейен, көҙән һ.б. йәнлек тиреләре менән ҡырпығандар. Ҡатын‑ҡыҙ сәкмәндәрен геометрик, үҫемлек биҙәктәре рәүешендәге уҡа, сигеү менән нағышлағандар, аралаштырып йәшел, күк, ҡыҙыл төҫтәге буҫтау, мәрүәт пластиналар, төймәләр, йөн суҡтар менән әҙеләгәндәр. Байрамдарға кейгәндәр, туй йолалары ваҡытында кәләш сәкмәнде баш япмаһы итеп файҙаланған. Ҡалымға һалынған [3]

Сәкмән төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ йырҙарында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кармазинҡай яға, әй күк сәкмән

Килбәтһеҙ ҙә иргә килешмәй

  • Әрмеләрҙә беҙ йоҡлайбыҙ

Тар сәкмәндәр ябынып

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Татарская мужская традиционная одежда
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 277-се бит
  3. Сәкмән [1](недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Н и к о н о р о в а Е.Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002
  • Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәкмән [2]