Таштурғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Таштурғай
Таштурғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Яңы аңҡаулылар
Отряд: Түрғай һымаҡтар
Ғаилә: Себен турғайҙары
Ырыу: Таштурғай
Латинса исеме
Oenanthe
Vieillot, 1816
ITIS 179812
NCBI 245059


Таштурғай , таш турғайы, шаҡылдаҡ, шыҡылдаҡ (лат. Oenanthe, урыҫ. Rfvtyrf) — себен турғайҙары ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғай ҙурлыҡ, Оҙон ғына аяҡлы, ерҙән йөрөүсе ҡош. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон бәүелтә. Ата ҡоштоң һырты аҡһыл һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғоноң осо, күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ ҡара, ҡойроғоноң төбө аҫтан да, өҫтән дә аҡ. Инә ҡоштоң һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы алһыу һоро. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара-көрән. Бейеүсе таштурғайҙан тамағының һоро төҫтә булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы: «шаҡ-шаҡ». Башлыса ҡоштарҙың тауышына оҡшатып һайрай

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Ташлы асыҡ урындарҙа, тау итәктәрендә йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Өңдәрҙә, таш аҫта¬рында һәм араларында оялай. 5—6 бөртөк аҡһыл зәң¬гәр йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]