Таянды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таянды
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яманйылға ауыл биләмәһе[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 342 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456578
Карта

Таянды (рус. Таянды - ауыл. Рәсәй Силәбе өлкәһенең Эткүл районы Яманйылға ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Силәбе өлкәһенең көнсығышында, урман-дала зонаһында, Таянды күле буйында, Эткүл ауылынан көнбайыш-көньяҡ-көнбайышҡа табан (WSW) сама менән 34 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге - диңгеҙ кимәленән271 метр[3].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
383342
Гендер составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса халҡының составында ир-егеттәр - 48 %, ҡатын-ҡыҙҙар 52 % тәшкил иткән.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында күпселекте урыҫтар тәшкил иткән (82 %) [6].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл урамы селтәрҙәре ете урамдан һәм ике тыҡрыҡтан тора[7].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл атамаһы үҙе урынлашҡан Таянды күленән алынған. Таянды - башҡорт һүҙе, таяныр урын, таяныс мәғәнәһендә [8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6NLnfKMH0?url=http://chelstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/chelstat/resources/66820f804e9e868b9ba79b8e65563e6a/%D0%A2%D0%BE%D0%BC+1.+%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%B8+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%BC%D0%B5%D1%89%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0
  3. Tayandy (ингл.). GeoNames.
  4. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  5. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  6. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  7. Регионы России → Челябинская обл. → Еткульский р-н → Таянды с.
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 332-се бит