Таң турғайы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Таң турғайы , сейәбей. (урыҫ. зарянка).
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бер аҙ-бәләкәйерәк. Ерҙә һәм ағас¬тарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөүсе ҡош. һайрағанда өҫкә ботаҡтарға күтәрелә, һырты һорғолт көрән, ҡабыр-галары һоро. Маңлайы, муйынының аҫ яғы һәм түше ҡыҙғылт һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы киҫкен генә: «тк-тк-тк». һайрауы — яңғырауыҡ¬лы сутылдау.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Төрлө урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ағас төп¬тәрендә һәм^ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һип¬келле 5—6 бөртөк алһыу йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр