Тебет
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Тебет,тебек (кулик-перевозчик)
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Яр буйҙарында йерей. Тауышланып, түбәндән генә бер ярҙан икенсе ярға осоп сыға. Осҡанда ҡанаттары һәм ҡойроҡ ситтәрендә аҡ һыҙыҡтар күренә, йөрөгәндә, өҙлөкһөҙ ҡойроғон бәүелтә, һырты көрәнһыу һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ, түшенең ике яғында һоро таптар бар. Ҡойроғоноң өҫтө арҡыры һыҙыҡлы. Ҡара сәпсәүҙән һырты һоро булыуы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Яңғырауыҡлы итеп, өҙөп-өҙөп һыҙғыра: «тиби-тили-тили-тйтит».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Йылға һәм ваҡ күл буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә, үләң араһында оялай. Ҡара-көрән таптар менән сы¬барланған 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була/