Тере хронология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тере хронология
Жанр

юмористик хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1885

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1885 йылдың 23 феврале

Тере хронология — Антон Павлович Чеховтың сатирик хикәйәһе. Был әҫәр тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 2-се һанында 1885 йылдың 23 февралендә А. Чехонте псевдонимы аҫтында баҫыла. Һуңғараҡ яҙыусының эштәре «Пестрые рассказы» тигән исем аҫтында сыға һәм артабан Чехов үҙе әҫәрҙәре йыйынтығының икенсе томына индерә, шунан улар нәшерсе Адольф Маркс тарафынан 18991901 йылдарҙа баҫтырыла[1].

Хикәйә сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны, балалары һәм дуҫы компанияһында тыныс ҡына кистәрен үткәргән статский советник Шарамыкин үҙҙәренең ҡалаһында бер ниндәй ҙә мәҙәни тормоштоң булмауына зарлана башлай. Ҡатыны Анна Павловнаны ҡыуандырып, ул элек был хәлдең әллә күпме яҡшыраҡ булыуын иҫкә ала. Шулай итеп, ул теге йәки был актерҙың, йырсының элек ҡалаға килгәнен иҫкә төшөргән саҡта ваҡыт-ваҡыт ҡатыны Анна Павловнаға мөрәжәғәт итеп, һәр бер мәҙәни ваҡиғаның үҙ балаларына ул саҡта нисә йәш булыуы менән бәйләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Шуб, Е. М. Комментарии к рассказу «Живая хронология». Собрание сочинений А. П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Москва, 1960. Т. 3, с. 489