Торомтай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Торомтай
Торомтай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Falco tinnunculus (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003590
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   175620
NCBI   100819

Торомтай (урыҫ. Обыкнове́нная пустельга́, лат. Falco tinnunculus) — ыласын һымаҡтар отрядына инеүсе оҙон осло ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күкшел буҙ һыртлы, ҡыҙғылт һары ҡорһаҡлы, кимереүселәр һәм бөжәктәр менән туҡланған ваҡ йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Күгәрсен ҙурлығында.Осҡанда оҙон ҡанаттары һәм ҡойроғо күҙгә салына. Ата ҡоштоң т-бәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Ҡанат остары ҡара. Дөйөм төҫөерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ уҡ башағына оҡшаған ҡара тартар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән.Кәүҙәләренең аҫ яғы буй ала, һорғолт аҡ. Ялан торомтайынан тырнаҡтарының ҡара булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы:"кли-кли-кли".

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Ҡая таштарҙа, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәй. Башлыса сысҡан, ваҡ ҡош-ҡорт менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас баштарында һәм ҡыуышында, ҡая таштарҙа оялай. Ерәнһыу көрән таптар менән сыбарланған 4-5 йоиортҡа һала. Сысҡандарҙы ҡырып файҙа килтерә.

Осоуы[үҙгәртергә]