Трансплантация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йөрәкте күсереп ултыртыу

Трансплантациямедицинала ниндәй ҙә булһа ағза йәки туҡыманы күсереп ултыртыу (мәҫәлән, бөйөр, йөрәк, бауыр, үпкәне, ҡыҙыл кимек матдәһен(костный мозг), гематопоэтик беренсел күҙәнәктәрен, сәсте)[1].

Трансплантация өсөн ағзалар йәки туҡымалар алынған организм донор тип атала.

Туҡымалар йәки ағзалар күсереп ултыртҡан организмды реципиент тип атайҙар.[2]

Теге йәки был трансплантатты ҡабаттан күсереүҙе билдәләү өсөн (мәҫәлән, травматик (йәрәхәт) ампутация ваҡытында) «ретрансплантация» термины ҡулланыла.

Эксперименталь һәм клиник трансплантация бар. Эксперименталь трансплантация теге йәки был ағзаларҙы йәки туҡымаларҙы күсереп ултыртыуҙың бөтә биологик, хирургик һәм ойоштороу проблемаларын эшләүҙең клиникаға тиклемге этабы булараҡ кәрәк. Тәжрибәлә бөтә туҡымаларҙы һәм ағзаларҙы күсереп ултыртыу үткәрелә.

Эксперименталь трансплантация реципиент яғынан донор ағзаларын һәм туҡымаларын трансплантациялағандан һуң иммун реакцияларын артабан өйрәнеү өсөн кәрәк. Эксперименталь трансплантация шулай уҡ күсереп ултыртылған генетик яҡтан төрлө органдарҙың һәм туҡымаларҙың нормаль яраҡлашыуына булышлыҡ итеүсе яңы препараттар (циклоспорин) эшләү өсөн бик мөһим.

Трансплантацияның түбәндәге төрҙәре бар:

  • аутотрансплантация, йәки аутологик трансплантация трансплантат реципиенты уның үҙе өсөн донор булып тора. Мәҫәлән, зарарланмаған тире урындарынан янған урындарға аутотрансплантация ауыр янған саҡта киң ҡулланыла. Юғары доза тыуҙырған шешкә ҡаршы химиотерапиянан һуң һөйәк мейеһен йәки гемопоэтик беренсел күҙәнәктәрен аутотрансплантациялау лейкоз, лимфомалар һәм химик һиҙгер яман шеш шештәрендә киң ҡулланыла.
  • изотрансплантация, йәки изоген трансплантация — трансплантация доноры генетик һәм иммунологик йәһәттән реципиенттың игеҙәгенә оҡшаш.
  • аллотрансплантация, йәки гомотрансплантация — трансплантат доноры — генетик һәм иммунологик яҡтан төрлө кеше организмы.
  • ксенотрансплантация, йәки үҙ-ара күсереп ултыртыу — башҡа биологик төрҙәге хайуандан ағзаларҙы күсереп ултыртыу.

Ҡыҙыл кимек матдәһен (костный мозг) күсереп ултыртыу хирургик операция түгел, ә ҡан тапшырыу төрө булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]