Тяпкина Лилия Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тяпкина Лилия Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Кострома, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Караваево[d], Костромской район[d], Кострома өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы

Тяпкина Лилия Николаевна (Григорьева) (22 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}), Кострома, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d]11 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (74 йәш), Караваево[d], Кострома өлкәһе) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, СССР Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған Кострома өлкәһе Кострома районының «Караваево» совхозының тоҡомсолоҡ һөт совхозында мал ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған 1930 йылда Кострома ҡалаһында ювелирторг мөдире ғаиләһендә тыуған. 1935 йылда атаһы ҡулға алына, шунан һуң бөтә ғаиләләре Караваево ҡасабаһына күсә.

Бала саҡтан Лилия әсәһенә фермала даими ярҙам итә һәм бик иртә, тағы ла урта мәктәпте тамамламайынса, эшләп китә. Кострома өлкәһенең «Караваево» тоҡомсолоҡ совхозының фермаһында быҙау ҡараусы булып эшләй башлай.

Тиҙҙән Лилия Николаевна Григорьеваға үҙаллы быҙау төркөмөн бүлеп бирәләр. Һөҙөмтәлә уның төркөмөндәге быҙауҙарҙың тәүлегенә уртаса ауырлығы ныҡ арта.

16 октябрь 1950 йылдың 16 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә ирешкәне өсөн Лилия Николаевна Григорьеваға (кейәүҙә — Тяпкина) Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән маҡтаулы исем бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙ миҙалы тапшырыла.

Лилия Николаева Григорьева 1950 йылда Юрий Тяпкинға кейәүгә сыға.

1961 йылдан һуң һауынсы әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡас, Лилия Николаевна уның төркөмөнә һауынсы булып күсә. Лилия Николаева Тяпкина Кострома өлкәһенең иң яҡшы һауынсыларының береһе һәм алдынғыһы була. 1985 йылда үҙе лә хаҡлы ялға сыға

Лилия Николаева Тяпкина 2004 йылдың 11 ноябрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт уңыштары өсөн Лилия Николаева Тяпкина лайыҡ булған:

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кострома өлкәһенең Социалистик Хеҙмәт геройҙары: 1948—1974 йыл — Кострома, 2014.
  • Кострома йондоҙлоғо. — Ярославль, 1975.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]