Тәгәрмәс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Австралияның тарих паркында тарихи арба

Тәгәрмәс — өҫтөнә ҡуйған есемде тәгәрләтеп хәрәкәткә килтереү өсөн, уларҙың күсәренә кейҙерелгән көпсәкле түңәрәк ҡулайлама. Тәгәрмәс төрлө механизм һәм ҡоролмаларҙа киң ҡулланыла. Уйлап сығарыу ваҡыты билдәһеҙ.

Механика[үҙгәртергә]

Есем арауыҡта урын алмаштырғанда тәгәрмәс энергия сарыф итеүҙе күпкә кәметә. Тәгәрмәс ҡулланғанда эш тәгәрәү көсөн еңеү өсөн башҡарыла, ә тәгәрәү көсө (ru:сила трения качения) ышҡылыу көсөнә ҡарағанда күпкә әҙерәк.

Тарих[үҙгәртергә]

Тәгәрмәс беренсе тапҡыр Б.Э.Т. 4 меңйыллыҡта Ике йылға араһында ((ru:Месопатамия) телгә алына. Тәгәрмәстән алда йөктө күсереү өсөн һалынған каток булған. Иң беренсе тәгәрмәс ағастан эшләнгән булған, ағастан басылған дискыны күсәргә кейҙергәндәр. Ике йылға араһындағы Урук ҡалаһында Б.Э.Т 3000 йылда төшөрөлгән сана һурәтә табылған. Б.Э.Т 2700 йылда төшөрөлгән арба һүрәте бар. Б.Э.Т. 2000 йылдарҙа тәгәрмәс конструкцияһы камиллаштырыла. Кеса Азияла эшләнгән тәгәрмәстә араса ((:ru:спица), көпсәк ((ru:ступица), тәгәрмәс түғыны ((ru:обод) ҡуллана башлайҙар[1]. Б.Э.Т. 1 меңйыллыҡта тәгәрмәстең ныҡлығын көсәйтеү өсон кельттар тимер туғын ((ru:обод) ҡулланалар, амортизация өсөн резина шиналы тәгәрмәс эшләйҙәр[2]

Автомобиль тәгәрмәсе

[[Христофор КолумбКолумб|ҡа тиклем Америка цивилизацияһында тәгәрмәс билдәһеҙ булған тип иҫепләнә. Шулай ҙа Инк ҡәбиләләре тәгәрмәс асыуға яҡынлашҡан була. Шулай уҡ еврапалылар килгәнге тиклем Австралия һәм Африка ерле халҡы тәгәрмәсте белмәгән.

Тәгәрмәс асыу кәсепселекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәгермәс көршәксе түңәрәгендә, тирмәндә, иләүестә, ҡырыу станогында ҡулланыла. Мануфактура, фабрика, рудниктарҙа һыу тәгәрмәсе ҡулланыла.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә]

  • 2001 йылдың июлендә «йөк күсереү өсөн ҡулланыла торған түңәрәк ҡоролма» тигән аңлатма менән патент[3]. алына.

Был патентты алыусы Мельбурн ҡалаһынан Джону Кэо Австралия патент закондары камил булмауын күрһәтергә теләгән.

  • 2009 йылда француз компанияһы Мишлен Active Wheel исемле автомобиль тәгәрмәсе эшләп сығара. Был тәгәрмәс эсендә электродвигатель, рессора, амартизатор һәм тормоз ҡуйыла[4].
  • 1959 йылда американец А. Сфредд квадрат тәгәрмәскә патент ала. Ул ҡар, ҡом, бысраҡ һәм соҡорҙар аша еңел бара. Шик булыуға ҡарамаҫтан машина «аҡһамай» һәм тиҙлеге 60 км/сәғәткә етә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. http://www.koryazhma.ru/usefull/know/doc.asp?doc_id=110
  2. История России. Всемирная, мировая история — История колеса
  3. BBC News | ASIA-PACIFIC | Lawyer moves to patent wheel
  4. Томас Имхоф. «Французские инженеры заново изобрели колесо». 2000-Аспекты-Движение, 23 января 2009