Тәпән (һауыт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәрзиндәр, һелкеүес, батман, тәпән,эйәр, септә

Тәпән  — бал, май, башҡа төрлө ҡуйы аҙыҡ-түлек һаҡлар өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһалған тәпәш һауыт. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны көрәгә тип тә атайҙар. Әммә әҙәби телгә ингән көрәгәнең тәғәйенләнеше бер аҙ башҡа. Тәпән үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған: бер тәпән май -[1]

Эшләнелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәпәнде ҡапҡаслы итеп, бөтәүле ағастың эсен соҡоп батмандан тәпәшерәк итеп яһайҙар. Төбөн сағандан айырым эшләп ҡуялар. Тәпән өсөн йышыраҡ йыуан йүкә ағасы, ҡайын, уҫаҡ файҙаланылған. Ағастың үҙәген яндырып сыҡҡас, төрлө ҡырғыс ҡорамалдар менән цилиндр хәленә индергәнсе тигеҙләгәндәр. Бының өсөн аталғы , бәлйә (арҡыры балта), өңгөс, юнғыс кеүек ҡоралдар файҙаланылған[2].

Һүҙ яһалышта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәпән һүҙен ҡушып яһалған «тәпәнауыҙ» атамаһы уның тышҡы ҡиәфәтенә бәйле бегемотҡа ҡушылған. Тәпәнләү — күп итеп ризыҡ әҙерләү, мәҫәлән, тәпәнләп май тоҙлау. -[3]

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәпәндә май, бал, ҡымыҙ, ит, он, иген һ.б. тотҡандар. Үлсәү берәмеге булараҡ та йыш ҡулланылған.

Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Майлы тәпән тышынан билдәле (мәҡәл) -[4]
  • Бер тәпән бал янына икенсеһе лә килеп ҡунаҡлаған (әкиәт) -[5]
  • Ә бит йәш сағында табында Тәпән-тәпән балды ҡаплап ҡуйғас,Инде тамам туйғас,Юҡмы, ти торғайны, тағы ла?! (мәҫәл) — Рәдиф Тимершин «Бал һәм дегет»[6]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит б
  2. Шитова С. Н., тәржемәсе Аҡбутина Ә.Н. Тәпән (һауыт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит б
  4. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр — Өфө, 1980, 470 б.
  5. .Мөхәммәт ҒАБДРАХМАНОВ. Айыухас менән Айыуҡас мажаралары. 30.10.2010
  6. Рәдиф ТИМЕРШИН. Бал һәм дегет. 16.03.2012(недоступная ссылка)