Төйөт
| Төйөт | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Phylloscopus trochilus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||||
|
Төйөт (урыҫ.Пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) - һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Турғайҙан бәләкәйерәк. батаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ генә теремек ҡош. Һырт яғы йәшел, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө сағыу йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғыл аҡ һәм түше һап- һары. Ҡанаттарының осо ҡара, ҡалған ҡауырһындары йәшкелт һәм аҡ ситле һорғолт көрән. Төйөттәр башлыса үҙ - ара тауыштары менән генә айырылалар.
Тауышы [үҙгәртергә]
Ҡыҫҡа ғына итеп һыҙғыра:"төйөт". Һайрауы ла шул ҡысҡырыуҙы ҡабатлап тора:"төйөт-төйөт-төйөт- төйөт"
Йәшәгән урыны [үҙгәртергә]
Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй.Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡайһы ваҡыт ботаҡта йәки ҡыуаҡтарҙа оялай.
Үрсеүе [үҙгәртергә]
Ерән йәки күкһел ерән бөрсөклө 5-7 бөртөк йомортҡа һала.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.
Диалекттарҙа [үҙгәртергә]
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986 йыл Өфө, 91- се бит.