Төн сәпсәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Төн сәпсәүе
Burhinus indicus, central India.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Burhinus oedicnemus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

  Оя короу

  Таралыуы

  Ҡышлау

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 144060
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176749
NCBI   85105
EOL   104311

Тән сәпсәүе, алағанат сәпсәү, гәргбәгүҙ (урыҫ. Авдотка)(лат. Burhinus oedicnemus) — ржанка һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Күгәрсен ҙурлығында, һырты буй һыҙмалаҡлы һарғылт көрән, ҡорһаҡ яғы аҡһыл һары, түшендә буй-буй ваҡ таптар бар. Ҡыҫҡа һары суҡышының ос яғы ҡара. Ҙур күҙҙәре һары төҫтә. Аяҡтары өсәр бармаҡлы. Ҡанаттарында осҡанда — ике, ултырғанда— бер аҡ һыҙат күренә. Башҡа сәпсәүҙәрҙән төҫө һәм һары ҙур күҙҙәре менән айырыла.


Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы оҙайлы: «шар-лыый-шарлыый»; төндә осоп барышлай ҡысҡыра.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Яландарҙа, асыҡ урындарҙа йәшәй. Эре бөжәктәр, кеҫәртке, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһын һыуға яҡыныраҡ урынға эшләй. Ваҡ ҡына ҡара таптар менән сыбарланған 2—3 бөртөк һарғылт, йомортҡа һала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Русско-башкирско-латинский словарь названий птиц (Э.Ф.Ишбердин. Птицы Башкирии, 1986)
  • Арлотт Н., Храбрый В. Птицы России: Справочник-определитель — СПб.: Амфора, 2009. — С. 132. — 446 с. — ISBN 978-5-367-01026-8.