Төркмән Совет Социалистик Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркмән Совет Социалистик Республикаһы
төркм. Түркменистан Совет Социалистик Республикасы
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 27 октябрь 1924
Ҡыҫҡаса атамаһы Туркменская ССР, Туркменська РСР, ҶШС Туркманистон, Türkmənistan SSR һәм Төрекмәнстан ССР
Рәсми тел Төркмән теле һәм урыҫ теле
Гимн Төркмән ССР-ы гимны
Описание девиза Пролетарии всех стран, соединяйтесь![d]
Девиз тексы Әхли юртларың пролетарлары, бирлешиң!
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Ашхабад
Административ-территориаль берәмек СССР
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Төркмәнстан
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Халыҡ һаны 3 522 700 кеше (1989)
Валюта Совет һумы[d]
Алмаштырылған Төркмәнстан
Алыштырған Туркменская область[d] һәм Бохара Халыҡ Совет Республикаһы
Ҡулланылған тел Төркмән теле һәм урыҫ теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 27 октябрь 1991
Урынлашыу картаһы
Карта
 Төркмән Совет Социалистик Республикаһы Викимилектә

Төркмән Совет Социалистик Республикаһы (Төркмәнстан) (төркм. Түркменистан Совет Социалистик Республикасы, хәҙерге орфография Türkmenistan Sowet Sotsialistik Respublikasy) — Советтар Союзы республикаларының береһе.

1924 йылдың октябрь айында Урта Азияла милли-территориаль бүлеү (размежевание) барышында Төркөстан АССР-ының Төркмән өлкәһенән һәм элекке Бохара Халыҡ Совет Республикаһы (Төркмән АО) һәм Хорезм Халыҡ Совет Республикаһы (Төркмән АО) ҙур булмаған территорияларынан Төрөкмән Совет Социалистик Республикаһы булараҡ ойошторола.

1936 йылдың 5 декабренән — Төрөкмән Совет Социалистик Республикаһы, хәҙерге ваҡытта суверенлы дәүләт— Төркмәнстан.

Төркмән Совет Социалистик Республикаһы етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барлыҡҡа килгән мәленән алып бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәнгә тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Төркмәнстан Коммунистар партияһы тормошҡа ашырҙы. Компартияның юғары органы Үҙәк Комитет (ҮК) һәм фактик етәксе булған Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары республиканың ғәмәлдәге етәксеһе лә була:

Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙгәртеп ҡороу ваҡытында етәкселектең партия структураларынан парламент структураларына яйлап күсеүе маҡсатында, Төркмәнстан Коммунистар Партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Сапарморат Ниязов Төркмән ССР-ы Юғары советы Рәйесе, һуңынан Төркмән ССР-ы Президенты вазифаһына һайланды. Шулай итеп, ул Төркмән ССР-ы етәксеһе булды:

  • 21 декабрь 1985 — 18 ғинуар 1990 Төркмән Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары;
  • 18 ғинуар 1990 — 27 октябрь 1990 Төркмән Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булараҡ — Төркмән ССР-ы Юғары Советы Рәйесе;
  • 27 октябрь 1990 — 16 декабрь 1991 Төркмән Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары булараҡ — Төркмән ССР-ы перезиденты.

Төркмән ССР-ының юғары закондар сығарыу органы бер палаталы Юғары Совет була, уның депутаттары, Төркмәнстан Коммунистар партияһы етәкселеге мотлаҡ хуплағандан һуң, альтернативаһыҙ нигеҙҙә 4 йылға (1979 йылдан алып — 5 йылға) һайлана. Юғары Совет даими эшләүсе орган булманы, уның депутаттары сессияға йылына 2-3 тапҡыр йыйылды. Көндәлек административ эш алып барыу өсөн Юғары Совет республика башлығы функцияларын номиналь үтәгән даими эшләүсе Президиум һайланы.

Төркмән Совет Социалистик Республикаһы Юғары Советы Президиумы Рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990—1991 йй. Төркмән Совет Социалистик Республикаһы Юғары Советы Рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылдың ғинуарына тиклем Юғары Совет Рәйесе ултырыштарҙа төп етәксе вазифаһын ғына башҡарҙы. 1990 йылдың 18 ғинуарында Төркмән Совет Социалистик Республикаһының Юғары советы Президиумы таратыла һәм уның функциялары Юғары совет Рәйесенә тапшырыла, был уны республиканың иң юғары вазифалы кешеһенә әүерелдерә. Әммә 1990 йылдың 27 октябрендә Төркмән Совет Социалистик Республикаһы президенты вазифаһы индерелә, шунан һуң Юғары Совет Рәйесе вазифаһы йәнә төп етәксе бурыстары менән сикләнә.

Төркмән ССР-ы Министрҙар Советы Рәйестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(1946 йылдың 15 мартына тиклем — Төркмән ССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйестәре)

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Республика ойошторолғанда, уның составына элекке Төркөстан АССР-ының Төркмән өлкәһе (Асхабад (Полторацк), Мерв, Теджен һәм Красноводск өйәҙҙәре); элекке Хорезм ССР-ының Ташауыз округы; Бохара ССР-ының Чарджуй һәм Керкин округтары һәм Ширабат виләйәтенең Калиф төмәне биләмәләре инде[3].

Тәүҙә Төркмән Совет Социалистик Республикаһы 4 өйәҙгә (Красноводск, Мерв, Полторацк, Теджен), 5 район шураһына (Ильял, Көңгөр-Ургенч, Порс, Тахта, Ташауыз), 2 виләйәткә (Керкин, Ленин-Төркмән) һәм 1 төмәнгә (Келиф) бүленгән.

1924 йылдың 4 декабрендә Төркмәнстан 5 округка бүленә:

1926 йылда Мерв һәм Полторацк округтары бөтөрөлә. Быға тиклем ошо округтарға ингән Атрек, Байрам-Әли, Бахарден, Безмеин, Гинцбург, Иолотан, Казанжик, Красноводск, Мерв, Серах, Тахта-Базар һәм Теджен райондары Төрөкмән ССР-ына туранан-тура буйһонған. Бер йылдан Ленин округы Чаржуй тип үҙгәртелә. Республикаға буйһонған яңы райондар: Ғәсән-Кули һәм Геок-Тепин райондары барлыҡҡа килде. Республика ҡарамағындағы райондарҙың атамалары үҙгәртелде: Безмеин - Полторацк тип, Гинцбург - Каахкин тип, Полторацк - Ашхабад районы тип.

1930 йылда округтар бөтөрөлә. Төркмән ССР-ы Әтрек, Байрам-Әли, Бахарден, Бурдалыҡ, Ғасан-Кули, Гек-Тепин, Дарған-Әтә, Дейнаус, Ильяли, Иолотан, Ҡаахкин, Ҡазанжик, Ҡарабекауыл, Ҡара-Калин, Карлюк, Керкин, Ҡызыл-Аяк, Красноводск, Көнә-Ургенч, Ҡушкин, Мерв, Порс, Саят, Серах, Иҫке Чаржуй, Тахта-Баҙар, Тахта, Ташауыз, Тежен, Фараб, Халач, Хожамбас һәм Чаршангин райондарына бүленә. 1931 йылда Иҫке Чаржуй районы Чаржуй тип үҙгәртелә.

1932 йылда Ташауыз округы ойошторола, уға биш район (Ильяли, Көнә-Ургенч, Порс, Тахта һәм Ташауыз) инә. Шул уҡ йылда республика ҡарамағындағы ике яңы район: Ербент һәм Ҡырҡ-Куин райондары булдырыла. Бер йылдан Керкин округы ойошторола, унда Бурдалыҡ, Карлюк, Керкин, Ҡызыл-Аяҡ, Халач, Хожамбас һәм Чаршанга райондары инә. Атрек районы Ҡызыл-Әтрек тип үҙгәртелде.

1934 йылда Ҡырҡ-Куин районы бөтөрөлә. 1935 йылда Каганович, Киров һәм Сталин райондары барлыҡҡа килә. 1936 йылда Ашхабад районы ойошторола. 1937 йылда Мерв - Марый, Чаржуй - Чаржоу райондары тип үҙгәртелә. Молотов һәм Төркмән-Калин райондары ойошторола. Кушҡа районы бөтөрөлә. 1938 йылда Вәкил-Баҙар, Куйбышев, Саҡар һәм Саҡар-Чагин райондары ойошторола. 1939 йыл башында Ҡыҙыл-Әрүәт һәм Нәбит-Дағ райондары ойошторола.

1939 йылдың 21 ноябрендә республикала өлкәләргә бүлеү индерелә (округтар бөтөрөлә):

  • Ашхабад өлкәһе
  • Красноводск өлкәһе
  • Марый өлкәһе
  • Ташауыҙ өлкәһе
  • Чаржоу өлкәһе

1943 йылда Керкин өлкәһе булдырыла. 1947 йылда Керкин һәм Красноводск өлкәләре бөтөрөлә. 1952 йылда Красноводск өлкәһе тергеҙелә (1955 йылда тағы ла бөтөрөлә). 1959 йылда Ашхабад өлкәһе бөтөрөлә. Шул уҡ ваҡытта Ашхабад, Бахарден, Ғасан-Кули, Геок-Тепин, Каахк, Казанжик, Ҡара-Калин, Ҡыҙыл-Әрүәт, Ҡыҙыл-Әтрек һәм Красноводск райондары республика ҡарамағына күсте.

1963 йылда бөтә өлкәләр бөтөрөлә, ә райондар эреләтелә. Һөҙөмтәлә Төркмән ССР-ы түбәндәге райондарға: Ашхабад, Байрам-Әли, Геок-Тепин, Дейнаус, Иолотан, Казанжик, Калинин, Керкин, Ҡыҙыл-Әрүәт, Ҡыҙыл-Әтрек, Көнә-Үргенч, Ленин, Марый, Мөрғәб, Саят, Тахта-Баҙар, Тахта, Ташауыҙ, Тежен, Хожамбас һәм Чаржоу райондарына бүленгән. 1964 йылда - Ильяли, Ҡаахкин, Ҡарабекауыл, Саҡар-Чагин, Серах, Төркмән-Калин һәм Чаршангин райондары, ә 1965 йылда — Бахарден, Ғасан-Кули, Дарған-Әтә, Красноводск һәм Фәрәб райондары барлыҡҡа килә.

1970 йылда Марый, Ташауыҙ һәм Чаржоу өлкәләре тергеҙелә. Ашхабад, Бахарден, Ғасан-Кули, Геок-Тепин, Казанжик, Ҡара-Калин, Ҡыҙыл-Әрүәт, Ҡыҙыл-Әтрек, Красноводск райондары республика буйһоноуында ҡалды. 1973 йылда Ашхабад һәм Красноводск өлкәләре тергеҙелә, уға республика ҡарамағындағы бөтә райондар инә. Әммә 1988 йылда Ашхабад һәм Красноводск өлкәләре йәнә бөтөрөлә. Ашхабад, Бахарден, Геок-Тепин, Ҡаахк, Ҡазанжик, Ҡыҙыл-Әрүәт, Ҡыҙыл-Әтрек, Киров, Красноводск, Серах һәм Теджен райондары республика буйһоноуына күсте. 1991 йылдың ғинуарында Балҡан өлкәһе ойошторола. Бынан һуң республика буйһоноуында Ашхабад, Бахарден, Геок-Тепинск, Ҡаахк, Киров, Серах һәм Теджен райондары ҡалды.

1991 йылдың 27 октябрендә Төркмән ССР-ы бойондороҡһоҙ Төркмән Республикаһына әйләнә, әммә шул уҡ йылдың 26 декабрендә генә СССР составынан юридик яҡтан сыға.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Союздаш республика иҡтисады 1960-1970 йылдарҙа әүҙем үҫешә. 1960-1980 йылдарҙа эшкәртелмәгән мамыҡтан тулайым йыйым 0,36 миллион тоннанан 1,3 миллион тоннаға тиклем артҡан, артабан үҫеш темптары аҡрынайған һәм 1990 йылда 1,4 миллион тонна ғына йыйып алынған[4]. Ошо уҡ осорҙа тәбиғи газ сығарыу йылына 1,1 миллиард кубометрҙан 63,2 миллиард кубометрға тиклем артҡан[4]. 1980-се йылдарҙа үҫеш дауам иткән һәм 1990 йылда ул 87,8 миллиард кубометр (дөйөм союз табышының 10,8 %) тәшкил иткән[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Республики СССР Ҡалып:Туркмения в темах