Урал сусағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал сусағы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Урал сусағы йәки Оло Урал сусағы (рус. Уральская сопка, йәки Большая Уральская сопка) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе, Көньяҡ Уралдың Уралтау һыртындағы бер тау.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал сусағы Урал һырттарына инә. Уның бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 870 м. Был түбә буйлап Европа менән Азия сиге үтә, шулай уҡ Силәбе өлкәһе Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары сиктәре лә уның буйлап үтә.

Ул Уржумка станцияһынан 8 км төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Александров сусағынан (Александровская сопка), 4 км төньяҡ-көнсығыштараҡ, Тағанай милли паркының көнсығыш сигендә урынлашҡан. Силәбенән алыҫлығы — 140 км, Златоустан — 20 км, Ҡыштымдан — 100 км.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сусаҡ күренеше менән күпселек Урал һырттары түбәләренә оҡшаш, ташлы-ҡаялы үркәсле.

Тау тоҡомо аҡһыл һәм алһыуыраҡ кварциттан, шулай уҡ гранат һәм бәлләүер (гәлсәр) ҡатнаш һәүерташ ҡушылмаларынан тора.

Сусаҡты тайга урманы ҡаплаған. Бында ҡарағай, аҡ һәм ҡара шыршы, ҡарағас һәм башҡа ағастар үҫә. 10000 йыл элек үҫкән урман-дала ландшафына хас реликт ҡарағай-ҡайын-ҡарағас урманын осратырға мөмкин, ә боҙлоҡ осоронан һуң, хәҙерге заманда себер ҡарағасы менән ҡатнашҡан. Шулай уҡ бындағы типик флора һәм реликт үҫемлектәр ҙә үҫә. Мүк һәм лишайниктар күп[2].

Күренештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал сусағынан Мейәс, Златоуст ҡалалары күренештәре асыла, Александров сусағы, Тағанай тауҙары һәм «диңгеҙҙәй булып тайга» күренеп ята[3][4][5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

См. шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уралтау // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.