Фекерләшеү:Джером Дэвид Сэлинджер

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

З. ӘЙЛЕ Мәҡәләнең карточкаһын УК-ға алыштырғас, америка яҙыусылары, ХХ быуат яҙыусылар кеүек категориялар ҙа юғалды. Яҙыусы булыуы тураһында бер генә категория ла ҡалманы. Зинһар шуларҙы өҫтәп сығығыҙ!--ZUFAr (әңгәмә) 16:49, 25 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  • ZUFAr бында УК-ның ҡыҫылышы юҡ, транслейт булған категорияларҙы автоматик рәүештә тәржемә итә. Америка яҙыусылары, ХХ быуат яҙыусылары тигән категориялар башҡорт телендә булмаһа, улар категорияға сыҡмай, ҡуйған осраҡта ла ҡыҙыл булып ҡала. Әгәр категория тәржемә ителгән оригинал текста булмаһа, ул тәржемә тексына ла сыҡмай, уны ҡулдан ҡуйырға кәрәк. Башҡорт Википедияһында тәржемәһе булған категорияларҙың барыһын да тәржемә иткән, рус телендәге текста ХХ быуат яҙыусылары тигән категория юҡ, ул башҡорт телендә генә бар, шуға ул ҡулдан өҫтәп ҡуйыла. Әммә бында УК-ның бер ҡыҫылышы юҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:52, 26 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ Яҙыусы ҡалыбы Алфавит буйынса шәхестәр һәм Алфавит буйынса яҙыусылар тигән категория өҫтәй. Бынан тыш ХХ быут яҙыусылары һәм башҡа категорияларҙы өҫтәй, ҡабыптың нисек бәҙәлшәгенә ҡарап. УК-ға алыштырғас был категориялар юғала. (Беҙҙең Ләйсәндең ваҡыты-ваҡыты менән булған мәҡәләлә УК ҡалыбы ҡуйыу теләге тыуы, әммә юйылған категорияларҙы ҡулдын ҡуйырға теләмәй). Яҙыусы ҡалыбы параметрҙарын башҡотсаға тәржемә итмәгәндә бик уңайлы ине (скопировать и вставить), тыуған көнөн/урынын викидатанан ала ине. Тик әленән-әле башҡортсаға тәржемә итеүселәр табыла, MaverickEagle тәржемә итеп ҡуйған.

УК ҡалыбын ҡуйған осраҡта, Викидатала категория тәржемә ителмәгән булһа, мәҡәлә категорияһыҙ ҡалырға тейешме, әллә ҡулдан категория ҡуйырға тейешбеҙме?--ZUFAr (әңгәмә) 17:34, 26 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

ZUFAr Википедияла "мотлаҡ" һәм "тейеш" тигән талап юҡ, бары тик яҙған йәки тәржемә иткән мәҡәләне камиллаштырырға тырышыу бар. Кемдер, ҡайҙалыр, ниндәйҙер етешһеҙлек күрһә, уны үҙе төҙәтеп ҡуя ала, Википедия - ул коллектив хеҙмәт. Шуға, кемдер нимәлер эшләргә теләмәй, тип ризаһыҙлыҡ белдереү урынһыҙ. Тәржемә итә-итә тәржемәсе камиллашҡан кеүек, яйлап төҙәтә-төҙәтә УК ла камиллаша бара. УК-ны ҡулланырға, тәжрибә башларға тип бергәләп хәл иттек, тауыш биреү юлы менән ҡабат ҡалып-карточкаларға ҡайтырға мөмкин, әммә был алға барыу түгел, ә артҡа китеү генә буласаҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:41, 27 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ Камил булған мәҡәләләрҙе емереү википедияла вандализм тип атала.--ZUFAr (әңгәмә) 17:41, 27 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr УК мәҡәләне емермәй бит, мәҡәлә шул килеш ҡала. Тәржемәсе категорияларҙың булғандарын автоматик рәүештә тәржемә итә, тәржемәселә улар иң башта уҡ күренеп тора - рус телендә 10 категория икән, башҡорт теленә уның 5-һе тәржемә ителгән, ҡалған бишеһен ҡулдан тәржемә итеп ҡуйырға кәрәк (улар ҡыҙыл булып сығасаҡ). Ә бары тик БашВикиҙа ғына булған категорияларҙы тәржемәсе лә, Викидата ла күрмәй, уларҙы ла ҡулдан ҡуйырға тура килә. Камиллыҡҡа килгәндә, нимә камил икәнлеген бер Хоҙай ғына белә, ә беҙ камил тип уйлаған мәҡәләне икенсе берәү инеп, тағы ла камилыраҡ итеп эшләп сығыуы мөмкин. Әле беҙ Википедияны ла, УК-ны (барлыҡ ҡалыптарҙы) ла, шул уҡ ваҡытта категорияларҙы ла камиллаштырырға тырышабыҙ ғына. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:18, 28 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
З. ӘЙЛЕ Ышанмаһаң, рувикила берәй карточка урынына УК ҡуйып Хоҙайға тапшырып ҡара.--ZUFAr (әңгәмә) 14:40, 28 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
ZUFAr беҙ әле БашВП тураһында һүҙ алып барабыҙ. РуВП бөтөнләй УК ҡулланыу тураһында килешмәне лә, тәжрибә итеп тә ҡабул итмәне. Тәжрибәне беҙ башланыҡ, ТатВП дауам итте, хәҙер башҡа тел бүлектәре яйлап ҡуллана. Ғөмүмән, РуВП-ла ҡыҫҡартылған УК ҡалыбы эшләмәй, Универсальная карточка бар, әммә уны ла ҡулланыу тураһында дөйөм килешеү юҡ.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 13:50, 29 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]