Фекерләшеү:Жәғәфәри мәҙһәб

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Джафармы, Жәғәфәрме, Йәғәфәрме?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ryanag, Рөстәм Нурыев, ZUFAr! Джафар әс-Садиҡ - был мәҙһәбтең нигеҙләүсеһе. Мәгәр Джафар исеме ғәрәп хәрефтәре менән (Д)Жәғәфәр тип яҙылған, беҙҙә ул Йәғәфәр тигән исемгә әүерелгән. Әммә ул башҡорт түгел, шуға күрә Жәғәфәр тип алырға булдым.Ниндәй фекерҙәр булыр?--Guram52 (әңгәмә) 03:33, 26 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Мин риза, Жәғәфәргә. Башҡорт телендә бындай исем юҡ түгел, ә бар. Беҙҙең яҡтың, Әй буйы - төнъяҡ-көнсығыш, ерле һөйләшендә Й урынына Ж булған һүҙҙәр бик күп: жәй, жәйпәк, жәймә, жыйыу һ.б... Шулай уҡ уҡ Ж менән булған исемдәр ҙә бар: Жәлил, Жыһанур, Жәғәфәр улы, Жәмиғә исемле кешеләр менән шәхси танышлығым булды. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:07, 26 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]
 Риза--ZUFAr (әңгәмә) 08:43, 26 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Рәхмәт! Жәғәфәр, жәғәфәри тип ҡалдырам--Guram52 (әңгәмә) 16:17, 26 декабрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]