Фекерләшеү:Иҫке Ишембай ауылы мәсете

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Битарафлыҡ приницбына тап килтерергә[сығанаҡты үҙгәртеү]

Хаят Йосопова1, Википедияның төп принциптарының береһе булған битарафлыҡҡа, рыяһыҙлыҡҡа яуап биреп бөтмәй. Гәзит мәҡәләһенә тартым. Мәҫәлән, Халыҡ оҙаҡ уйлап та тормайынса мәсет төҙөүҙе хәстәрләй; Ни булһа ла булыр, тигәндәй; беҙҙең ауылыбыҙҙа; атлы уҙаман; Бына 4 йыл инде; хаҡ мосолман диненә; бәҫен төшөрмәү өсөн күп көс һала һ.б. Эмоциональ биҙәлешле һүҙҙәр ҡулланыу хупланмай.

Ә 5 йә 10 йылдан уҡыусы 4 йыл тип яҙғанды уҡығанда ниндәй мәғлүмәт аласаҡ? Мәҡәләлә даталар теүәл күрһәтелергә тейеш. Беҙҙең ауылыбыҙҙа тигәндә ниндәй ауыл тураһында һүҙ бара ул?

Ҡыҫҡаһы, бөтә тексты рыяһыҙландырып сығыу кәрәк. Alfiya55 (әңгәмә) 07:03, 31 март 2021 (UTC)[яуап бирергә]