Фекерләшеү:Йәшен һәм ялағай

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Молния тигәнде һүҙлектәр йәшен тип ала. Әммә молния күберәк ялағай бит. Төрөктәр уны ике мәғәнә менән Şimşek ve yıldırım тип алған - йәшен дә, ялағай ҙа. Мәҫәлән, длина молнии тигән фраза бар. Бында ялағай күҙҙә тотолалыр, моғайын. Длительность тигәне лә ялағайҙың ялтырап торған оҙайлылығылыр. Руссаға тәржемәлә ялағайҙы зарница тигәндәр. Ә Зарни́ца — мгновенные вспышки света на горизонте при отдаленной грозе. При зарницах раскатов грома не слышно из-за дальности, но можно увидеть вспышки молний. Бәлки "Йәшен һәм ялағай" тип алырғалыр?--Guram52 (әңгәмә) 07:06, 16 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Рөстәм Нурыев :Йәшен - күк күкреүенең тауышы ҡолаҡҡа ишетелгән осраҡта күҙгә күренгән ут һыҙаты,Ялағай - күк күкрәүенең тауышы ҡолаҡҡа ишетелмәгән осраҡта күҙгә күренгән ут һыҙаты.
    • Беҙҙә ана шул утты ялағай тиҙәр, күк күкрәүе ишетелгәндә лә, ишетелмәгәндә лә. Йәшен килә тип ялағай ялтырап, күк күкрәп килгәнде бергә ҡушып әйтәләр беҙҙә.Төрөктәр менән әзериҙәр ҙә шулай бүлә икән:

İldırım — göy gurultusu və şimşəkdən ibarət, səma ilə yer arasındakı elektrik boşalmasıdır. Şimşək — bir buludun bazası ilə yer arasında, iki bulud arasında və ya bir bulud içində elektrik boşalarkən yaranan qırıq xətt formasındakı müvəqqəti işıqdır.Йылдырым - ялағай ялтырауҙан һәм күк күкрәүҙән ғибәрәт. Шимшәк - бер болот менән ер араһында , ике болот араһында һәм бер болот эсендә электрик бушаныу арҡаһында барлыҡҡа килгән утлы һыҙат, ҡыҫҡаса әйткәндә--Guram52 (әңгәмә) 07:06, 16 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Рашида Гизатуллина:Йәшен ялтлай,ялағай уйнай,күк күкрәй,йъшен уты тәгәрәй

  • Ҡыҫҡаһы, төрлө төбәктә был күренеште төрлөсә аңлайҙар.Беҙ әзериҙәргә һәм төрөктәргә яҡыныраҡ икән менталитет буйынса))--Guram52 (әңгәмә) 07:06, 16 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Йәшен бит ул - ут ялтырауы һәм күк күкрәүе менән ҡушылған бер үк күренеш. Яҡтылыҡ алдан күренә, тауышы аҙаҡ иштелә. Тамаланған цикл тиемме. Урыҫ викиһында шул бергә әйтелгән: Мо́лния — электрический искровой разряд, проявляющийся яркой вспышкой света и сопровождающим её громом.

Ә утының атамаһы айырым - ялағай.Алыҫта күренгәндә ана шул уты - ялағайы ғына күренә, ә күк күкрәгәне килеп етмәй--Guram52 (әңгәмә) 07:06, 16 февраль 2019 (UTC)[яуап бирергә]