Фекерләшеү:Клод Дебюсси

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ryanag, Рөстәм Нурыев, хәҙер УК ҡалыбын кире ҡалып-карточкаға алмаштырып, кире артҡа сигенәбеҙме ни? ZUFAr, УК ҡалыбын ҡулланмайыҡ тиһәң, Ҡоролтайға сығарып, фекер алышыуға ҡуй, тауыш биреү үткәр, һине хуплаусылар күп икәнен аңлайым, тауыш биреү юлы менән УК-нан баш тартайыҡ, улайһа. З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:53, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Ryanag, Рөстәм Нурыев,ZUFAr,З. ӘЙЛЕ, ә ниңә УҠ ҡалыбын ҡулланмаҫҡа, бөтә мәҡәләрҙә лә ҡалып-карточка мәғлүмәте сыҡмай бит ул. Ҡайһы бер мәҡәләрҙә икеһе лә тулы мәғлүмәт бирә, ҡалып-карточканы мин бик аңлап та бөтмәйем. Тәржемә мәҡәләлә икеһен дә ҡуйып ҡарайым. Миҫал өсөн «Клод Дебюсси» УҠ ҡалыбы оҙон, мәғлүмәт күберәк, ҡалып-карточка ҡыҫҡа. Үҙем яҙған мәҡәләр өсөн карточка-ҡалыпты мин бөтөнләй төҙөй белмәйем. Икеһен дә ҡулланыу ярамаймы ни? Баныу (әңгәмә) 10:57, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

Банат Валеева-Яубасарова, башта өйрәтегеҙ, артабан талап итегеҙ. Зинһар! Бында эшләгәндәрҙең барыһы ла компьютер генийы түгел бит. Әтеү башта УК ҡуйырға тинегеҙ, инде өйрәнеп бөткәс, хәҙер ҡуймаҫҡа тиһегеҙ, Башты ҡатырмай ғына берәй тапҡыр ныҡлы нигеҙгә таянайыҡ та, флюгерға әйләнмәйенсә, артабан гелән шулай эшләйек. Тем более конкурстың һуңғы көнөндә был турала киҫәтеүегеҙ үҙе үк ВАНДАЛИЗМ беҙгә ҡарата. Шулай ҡылынырға ярамай ҙа инде... Яҙған кешеләрҙе әҙерәк хөрмәт итеп, бер-беребеҙҙе яҡшылап өйрәтешәйек тә, унан һуң Цыплят по осени считают тигәндәй һөҙөмтә яһарһығыҙ. 16:56, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

УК ҡалыбын ҡуйығыҙ тигән пропаганда көслө булған инде! Тағы ла ҡабатлайым: ҡалып-карточкаһы булған мәҡәләләрҙә УК ҡуйыу кәрәкмәй. Үҙен ихтирам иткән бер вики ла быға юл ҡуймай (үҙегеҙ берәй алдынғы викила алыштырып ҡарағыҙ). Был мәҡәләлә ҡалып-карточка бар ине, УК-ға алыштырылды. Ике вариантты ла сағыштырып ҡарағыҙ. УК ҡуйылғаны әллә ниндәй мәғлүмәттәр күрһәтә. Алдан мәҡәләгә УК ҡуйылған булһа, УК ҡалыбы бик оҙон булмаһы — мин өндәшмәйем. Ҡуйығыҙ УК, тик мәҡәлә биҙәлеше компактлы булһын, әллә ниндәй мәғлүмәттәр булмаһын.--ZUFAr (әңгәмә) 12:41, 31 октябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]