Фекерләшеү:Сүриә

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сирия - Сүриә[сығанаҡты үҙгәртеү]

Сирияны элек-электән Сүриә тип йөрөтәләр. Артабан уртаҡ фекергә килеп, Сүриә тип алайыҡтар. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:57, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Рәхмәт, ВикиАгайҙар!Русса әйткәндә, оперативно реагировали)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:39, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

))) Урыҫса белмәйбеҙ шул, З. ӘЙЛЕ . --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:55, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорттар аңламаҫлыҡ итеп төҙәтеп бөтмәнеҙ инде. 5 кл өсөн тарих китабы Сирия, Египет тип яҙа. Интернетта берәүҙә Сүрия тип эҙләп ултырмаҫ бит.--Саган (әңгәмә) 10:31, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

  • Саған туған, 5 класс дәреслегенә һылтаныу беҙҙең дәрәжәне төшөрәлер ул. Нормаль уҡыусы бишенсенән 11-се синыфҡа еткәнсе башҡорт телен аңларлыҡ белем алырға тейештер бит. Шул уҡ мәсьәләнең икенсе яғы: совет заманында дәреслектәр ниндәйҙер тикшереү үтә ине, 91-сы йылғы түңкәрелешьән һуң буталған донъя шауҡымы уларға ла ҡағылды: быға тиклем бер кем ишетмәгән авторҙар дәреслек яҙа башланы, аҡса түләп уларҙы баҫтырып сығарҙы, ә ҡараусы-тикшереүсе әлегә хәтлем юҡ бит. Нисек кенә булһа ла матбуғатта эшләгән Әйленең тәҡдиме менән килешәм, гәзит-журнал, хатта ярым-ярты белемле радио менән ТВ (уларҙа башлыса сәнғәт институтын бөтөп, тауыштары матур булғандар "оялаған", республиканың үҙәк районында үҫкән ҡайһы берһе шәкәр сөгөлдөрөнән башҡа ҡыҙыл сөгөлдөр бар икәнен дә белмәй БДУ-ның филфагын һәм журналистикаһын бөткөндәр икенсе планда) шулай бирә Айсар (әңгәмә) 16:55, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Урыҫлашҡан башҡорттарға йүнәлеш тотмайыҡ инде. Улайтһаҡ, үҙебеҙҙең телебеҙҙән бер нәмә лә ҡалмаҫ. Әле бер мәҡәләне төҙәтеп ултырҙым, татарсанан күсереп ҡуйылған, күп һүҙҙәре башҡортсаға ауҙарылмаған. Сифат хаҡында ла оноторға ярамай.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:45, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Сирия һүҙе ҡулланған мәҡәләләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

... бик күп, уларҙы алыштырып сығырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:59, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡалып аша икән. Төҙәттем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 10:01, 4 декабрь 2015 (UTC)[яуап бирергә]

Эске һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яғалса Эске һылтанмаларҙы русса эшләмәгәҙ. [[Вторая мировая война|Икенсе донъя һуғышы]] урынына [[Икенсе донъя һуғышы]] тип ҡуйығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 15:39, 29 ноябрь 2022 (UTC)[яуап бирергә]