Фекерләшеү:Фин-уғыр халыҡтары

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Шулай ике Н менән яҙыламы? --ZUFAr (әңгәмә) 02:56, 14 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Белеүемсә, берәү генә. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:29, 14 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Финны - халыҡ исеме рустарҙа ике -н- аша яҙыла (тамыры - финн). Бер финн ир-аты тигәндә лә икәү, ә финн ҡыҙыҡайында (финка), шулай уҡ финский тигән сифат яһалғанда бер генә -н- ҡала. Финно-угорские народы тигәндә шул уҡ финн ул. Элек совет заманында бөтә осраҡта ла бер н менән яҙыла торғайны, перестройканан һуң Алматы, Баҡы-фәлән тип яҙа башлағанда финдарҙы ла финн тип яҙа башланыҡ. Минеңсә, үҙебеҙ нисек тип кәрәк табабыҙ - шулай яҙһаҡ та ярайҙыр, принципиаль нәмә түгел. Таллиннды ла Таллин тип яҙабыҙ - донъя емерелмәй. Мин текст эсендә гел финн тип яҙҙым да, башында ғына фин-уғыр тип тормаҫтыр тип, уныһын да төҙәткәйнем. Былай беҙ үҙебеҙ элек тә, хәҙер ҙә фин-уғыр тип яҙып киләбеҙ. Бында ла шулай тип үҙгәртеү яҡшыраҡ булыр кеүек.--Alfiya55 (әңгәмә) 04:55, 14 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ҡағиҙә буйынса Яңғыҙлыҡ исемдәрендә генә икәү яҙыла, башҡа осраҡтарҙа берәү генә тип иҫләйем. Ялғау ҡушҡанда ла шулай ине шикелле, хәтерем яңылышмаһа.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:12, 14 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эйе, ялғау ҡушҡанда ҡуш тартынҡының береһе төшөп ҡала, мин мауығып киткәнмендер, финдар булырға тейеш. Һүҙ базаһын ҡараным, бөтәһендә лә фин тип алынған, Ураҡсин һүҙлегендә руссаһы финн, башҡортсаһы фин тора. Тимәк, беҙ бер н менән яҙабыҙ була инде.--Alfiya55 (әңгәмә) 06:36, 14 апрель 2017 (UTC)[яуап бирергә]