Фекерләшеү:Ғафаров Хатмулла Абдулла улы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ryanag ҡусты, рәхмәт, "Ғафаров Хатмулла Абдулла улы" мәҡәләһенә иғтибарығыҙ өсөн! Әммә уның исемен Хәтмулла тип яҙмайыҡ әле! Беҙҙең ауылда , ғөмүмән, күп кенә исемдәрҙе ҡаты итеп әйтәләр: Раиф, Рамил, Хатмулла, Камил, Камила һ.б. Шуның өсөн ҡаты итеп яҙалар ҙа. Хатмулла ағай минең атайым Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдиндең - ике туғаны. Атайым унан ярты йәшкә генә өлкән. Хатмулла ағайҙың атаһы Абдулла быуайым (1904-1943) - минең Мәстүрә ҡәртнәйемдең (1895-1962) тәүге ҡустыһы, ғаиләләге 4-се бала булған. Минең шул үтенесемә ҡолаҡ һалығыҙ әле, зинһар!Аҡҡашҡа 14:55, 28 июль, 2017 (UTC)

  • Һеҙҙең ауыл һөйләшенән башҡа «әҙәби тел» тигән нәмә лә бар бит, Аҡҡашҡа. Салауат районында «жәй», «жите», «жәйкә» тип тә һөйләшәләр бит, Википедияға ла шулай яҙайыҡмы? Башҡорт энциклопедияһы, «Башҡортостан» гәзите әҙәби тел нигеҙендә Хәтмулла вариантын ҡуллана. --Айсар (әңгәмә) 18:41, 28 Июль (Майай) 2017 (UTC)
  • Зәйтүнә лә әйтә, беҙ уға бер ваҡытта ла Хәтмулла тип өндәшмәнек, ти. Атаһының исеме лә бар бит әле йәнәшендә. Килешмәй сәпсим: Хәтмулла Абдулла улы, тиһәң... — Был яҙыу Аҡҡашҡа (ә · ө) тарафынан өҫтәлгән .
    • Беренсенән, Википедия энциклопедия булараҡ абруйлы сығанаҡтар буйынса яҙылырға тейеш. Икенсенән, әлбиттә исемдәрҙең урындағы һөйләштәрҙә төрлөсә ҡулланылышы билдәле. Мәҫәлән әҙәби телдәге Закир исемен көнбайыш һөйләштәрҙә Ҙакир, ә көньяҡта Зәкир тигән варианттарын да ҡулланалар. Шулай уҡ Ғафар/Ғәфәр, Шакир/Шәкир һ.б. Тел белгесе Р. Ә. Сөләймәнова ошондай фекергә килгән: «Анализируя имена арабского происхождения, можно сделать вывод, что в башкирском языке по различным причинам они подвергаются фонетическим и графическим изменениям.» Был осраҡта әҙәби телдә ҡабул ителгән вариантты ҡулланыр кәрәктер. Ә әҙәби телдә нисек яҙыла: Башҡорт энциклопедияһы, «Башҡортостан» гәзите Хәтмулла вариантын ҡулланһа, тел белгесе Т. Х. Күсимованың "Башҡорт исемдәре" китабында (112-се бит) ошолай яҙылған: ХАТМУЛЛА ғәр. - алланың вәғәз һөйләүсеһе. Исемдең беренсе өлөшө «хатип» тигән ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килеүе мөмкин. Һеҙҙең вариант дөрөҫөрәк килеп сыға, хатам өсөн ғәфү итегеҙ.--Ryanag (әңгәмә) 05:21, 29 Июль (Майай) 2017 (UTC)