Флия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утта әҙерләнгән флия. Һауыты — тепси, эргәһендәге ҡапҡасы — сач.

Флия (алб. Flia йәки Fli, шулай уҡ иҫкесә. Flija) — албан һәм косово халыҡтарының милли ризығы[1][2]. Бешкән ҡамырҙың паштет һымаҡ массаһы араһында  һәм һөт ризыҡтары ҡатламы һалып әҙерләнә[3]. Төшкө аш ваҡытында салат йәки йәшелсәләр менән ашайҙар. Флияны ғәҙәттә илдең таулы райондарында әҙерләйҙәр.

Әҙерләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флия ҡамырын әҙерләү өсөн онға һыу йәки һөт ҡушалар, ҡамырҙың ҡуйылыға ҡоймаҡ әҙерләгәндәге кеүек булырға тейеш. Эслегендә ҡаймаҡ, йәки һөт өҫтө  булырға тейеш. Ҡаймаҡ урынына башҡа һөт продукттары, сыр, кефир ҡалланып та әҙерләйҙәр. Һирәк осраҡта йомортҡанан әҙерләйҙәр[4]. Флия ҡатламлап әҙерләнә. Флия өсөн ҡамырҙы тимер табаның уртаһынан ситенә тиклем нурлап ҡоялар. «Нурҙар» араһында ҡалған буш урынға ҡалаҡ менән эслекте һалалар. Блюдо бер нисә минут өҫтө ҡыҙарғансы духовкала (250 °C) бешерелә. Банан һуң тағы бер ҡатлам өҫтәлә һәм тағы бешерелә. Флия ниндәй бейеклектә кәрәк, шул тиклем ҡатлам һалып бешерелә[5]. Флияның кукуруз ононан шпинат менән бешерелгән төрҙәре лә бар[3].

Ғәҙәттә флия майланған тепсиҙа (бешерә торған махсус формалар) бешерелә. Өҫтәмә рәүештә форманы сач (түңәрәк формаһындағы ҡапҡас) менән ҡаплайҙар. Сач өҫтәнә тере күмер һылалар. Шулай итеп флия өҫтән дә, аҫтан да бешә[6]. Электр духовкаһында әҫерләгәндә өҫкө йылытҡыстарҙы ҡабыҙыу зарур. 

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Kosovo Guide 2016 йыл 21 март архивланған.
  2. Kosovo Pastry dishes 2013 йыл 28 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 Klementina Hysa, R. John Hysa: The Best of Albanian Cooking. Hippocrene Books, New York 1998, ISBN 0-7818-0609-7, S. 122.
  4. Enisa Bajrami Ushqim Tradicional nga Maqedonia ! 2017 йыл 7 ноябрь архивланған. (албанский язык) (5 февраля 2012). Проверено 30 апреля 2016.Ҡалып:Internetquelle
  5. YouTube сайтында Fli me kos
  6. Ҡалып:Internetquelle