Фуртио күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фуртио күпере
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Фуртио күпере - Аджариялағы Аджарисцкали йылғаһы аша һалынған таш күпер, Залети һәм Фуртио ауылдары араһында һалынған, Ошошманн тип атала.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер XI-XII быуаттарҙа төҙөлгән, борон ул Схалтисцкали тарлауығынан үткән иҫке юлдарҙы тоташтырып торған. Был тарлауыҡ үҙәк трассанан йыраҡ түгел урынлашҡан. Шул трасса буйлап Схалти яғынан диңгеҙ тарафына Ахалцихе һәм Ардаганға иң ҡыҫҡа юл ятҡан [1]

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпер ныҡ ҡына емерелгән булған - уға үтеп инер урындар бик ҡатмарлы.

Һул яҡтағы ингән урын 5 метр оҙонлоғо, ә уң яҡтағыһы - 6 метр. Хәҙерге көнгә һаҡланып ҡалған төп өлөшөнөң оҙонлоғо 13,5 м, киңлеге төрлө урынында төрлөсә: ярҙа 2,33 м, башланған ерендә киңлеге 2,20 м, иң киң урыны 9,80 м, тамамланған ерендә - 4,40 м.

Пирсының бейеклеге -3 м, киңлеге -2,45 м. Күперҙең ике яғынан ике соҡор бар (35Х30 см). Күпер ваҡланған таштан һалынған. Яндауыры юҡ.

Хәҙерге көндә күпер төҙәтелгән.

Грузии президентының 2006 йылғы указына ярашлы, күпер дәүләттең милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Я. Сихарулидзе. «Памятники материальной культуры Аджарии», Tb., 1962, с. 39

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мост Фуртио
  2. Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, г. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры