Фәйрушин Дамир Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйрушин Дамир Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Мәнәгәҙ, Тушҡыр ауыл советы, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Фәйрушин Дамир Зөфәр улы (рус. Файрушин Дамир Зуфарович; 10 ғинуар 1947 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дамир Зөфәр улы Фәйрушин 1947 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Мәнәгәҙ ауылында тыуған.

Юғары белемле — 1969 йылда — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген өлкән инженер булып башлай, артабан республика «Сельхозтехника» берекмәһендә бүлек мөдире вазифаһын биләй.

1981—1988 йылдарҙа — БАССР-ҙың ауыл хужалығы министры урынбаҫары, Дәүләт агросәнәғәте рәйесе, Дәүләт агросәнәғәт союзы рәйесе урынбаҫары.

1991 йылдан — «Башагропроммеханизация» дәүләт-кооператив берекмәһенең генераль директоры.

Артабан «Башсельхозтехника» ауыл хужалығы предприятиеһы генераль директоры вазифаһында эшләй[2]

Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетында уҡыта[3]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Ҡырмыҫҡалы районындағы 222-се Ҡырмыҫҡалы һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссияһы ағзаһы булған[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығындағы күп йыллыҡ ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булған:

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[5]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]