Эстәлеккә күсергә

Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Ҡуштанай, Ҡаҙаҡ Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 сентябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй

Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы (21 ноябрь 1926 йыл24 сентябрь 1996 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм профсоюз органдары эшмәкәре. 1963—1970 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостанда спорт һәм физкультура-һауыҡтырыу эшен ойоштороусы. Педагогия фәндәре кандидаты. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара категориялы судьяһы (1965).

Хөсәйен Әһлиулла улы Фәтҡуллин 1926 йылдың 21 ноябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡустанай ҡалаһында тыуған. Тамамланмаған юғары белемле — авиация институтының дүрт курсы[1]. 1961 йылда Свердловск ҡалаһындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1944-1949 йылдар — Николай Гастелло исемендәге Өфө спортклубы тренеры.

1950 йылдан — ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала комитетының хәрби-физкультура бүлеге мөдире.

1951 йылдан — Черниковка ҡала спорткомитеты, Стәрлетамаҡ өлкә физкультура һәм спорт комитеты рәйесе.

1953 йылдан — БАССР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

1954-1957 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Физкультура һәм спорт эштәре буйынса комитет рәйесе.

1956-1965 йылдарҙа — БАССР-ҙың Ауыр атлетика федерацияһы рәйесе.

1963-1970 йылдарҙа — Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. Шул уҡ йылдарҙа ҡалалар араһында Бөтә союз спорт һәм һаулыҡ поход-конкурсы инициаторҙарының береһе[2].

1970 йылдарҙа, Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы секретары булараҡ, Фәтҡуллин автономиялы республикала физкультура һәм спортты дәүләт тарафынан планлаштырыу системаһын индереү менән шөғөлләнә. 1970 йылдың 27 декабрендә БАССР Юғары Советы сессияһы «1971-1975 йылдарға Башҡорт АССР-ы халыҡ хужалығы үҫешенең биш йыллыҡ дәүләт планы»н ҡабул итә, һәм был документта республикала физкультура һәм спортты артабан үҫтереү буйынса Х. Ә. Фәтҡуллиндың тәҡдимдәре раҫлана[3]

Хеҙмәт ветераны 1996 йылдың 24 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (ГДР, 1975 йыл),
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
  1. http://sport-history.ru/books/item/f00/s00/z0000040/st009.shtml
  2. http://sport-history.ru/books/item/f00/s00/z0000040/st009.shtml
  3. http://sport-history.ru/books/item/f00/s00/z0000040/st009.shtml
  4. Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2021)
  • Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2021)