Хамедорея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хамедорея
Chamaedorea elegans
Chamaedorea elegans. Ботаническая иллюстрация из журнала Луи Ван-Гутта Flore des serres et des jardins de l'Europe (том XIII, 1858)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Chamaedorea Willd. (1806)

Төрҙәре

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  2373

Хамедорея (лат. Chamaedorea)   — пальма һымаҡтар (Arecaceae) ғаиләһенә ҡараған сәскәле үҫемлектәр заты. Көньяҡ һәм Үҙәк Америкала киң таралған йөҙҙән ашыу ағас кеүек үҫкән ҡыҫҡа буйлы үҫемлек төрөн үҙ эсенә ала.

Урындағы халыҡ Chamaedorea tepejilote төрөнөң «пакайи» тип йөрөтөлгән асылмаған ата сәскәләрен (башлыса йәшелсә булараҡ салаттарҙа) аҙыҡ итеп ҡуллана. Хамедореяның бүлмә гөлдәре булараҡ билдәле төрҙәре бар[2]. Бөтә пальмалар араһында хамедорея фатирҙа тотоу өсөн иң ҡулайлыһы булып тора. 

Экологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәттә Хамедорея Үҙәк Американың дымлы тропик урмандарын, шулай уҡҡайһы саҡ Көньяҡ Американың төньяғын да үҙ итә[3]. Был үҫемлектәр ғәҙәттә тау итәгендә, йыш ҡына бейек ағастарҙың күләгәһендә (шуға ла бүлмә гөлдәре күләгәлә лә үҫә ала)[4] киң таралып үҫкән.

Биологик тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Chamaedorea geonomiformis, емештәре

Был төр үҫемлектәр араһында бәләкәс кенә, хатта кәрлә булған ағас тамырһабаҡлы үҫемлектәр, ҡыуаҡ һымаҡ, күп һанлы нәҙек һабаҡлы, шулай уҡ яңғыҙ һабаҡлы булыуы мөмкин. Ҡайһы бер төрҙәре Лиана[2]. булараҡ билдәле.

Япрағы йә бөтөн, йә, һирәгерәк осрай. Өҫкө өлөшөндә ул икегә бүленә йәки ҡауырһынға оҡшап тора. Ата сәскәләре ваҡ, һары йәки ҡыҙыл төҫтә, хуш еҫле, башаҡ һымаҡ йәки һепертке һымаҡ сәскәләргә йыйылған[2]. Ҡатын-ҡыҙ енесенән булған сәскәләре яңғыҙ, сәскә һабағы менән, сағыу ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары йәки һары төҫтә[3] була. Хамедореяның бөтә төрҙәре — ике өйлө үҫемлектәр. Емеше  ҙур булмаған борсаҡ кеүек, еләккә оҡшаған[2].

Үҫтереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хамедореяның бер нисә төрө тәбиғи ареалдан ситтә лә яҡшы билдәле. Улар декоратив бүлмә гөлдәре һәм оранжерея үҫемлектәре булараҡ үҫтерелә. Тәү сиратта ул Бейек Хамедорея (Chamaedorea elatior), нәфис Хамедорея (Chamaedorea elegans), Chamaedorea pinnatifrons (Chamaedorea concolor, йәғни Бер төҫлө Хамедорея), шулай уҡ Эрнест-Август Хамедореяһы (Chamaedoreannesti-augusti) булараҡ билдәле[2][4]). Үҫемлектәр үтә талапсан булмауы, күләгәлә үҫә алыуы менән айырылып тора. Бүлмәлә үҫтерелгәненең бейеклеге 1,5—2 м, ә япраҡтарының оҙонлоғо 20—30 см[4].

Үҫентеләр Chamaedorea radicalis

1980 йылдарҙа НАСА ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер бүлмә гөлдәре яҡшы фильтр булып тора һәм улар бүлмәләрҙәге һауанан зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Хамедорея һауаны бензол, трихлорэтилен һәм формальдегид кеүек матдәләрҙән таҙарта. Шул уҡ ваҡытта уның һауаны таҙартыу һөҙөмтәлелегенең дөйөмләштерелгән коэффициенты өйрәнелгән үҫемлектәр араһында иң юғарыларҙың береһе булып сыға (10 баллы система буйынса 8,4)[4].

Агротехникаһы

Хамедорея төрө үҫемлектәрен тәрбиәләү бик еңел. Улар насар ашламалы тупраҡты ла, даими һыу ҡойолмаһа ла, оҙаҡ йылдар тап һауытта ла, күләгәлә лә үҫә ала[3]. Күләгәгә сыҙамлы булыуына ҡарамаҫтан, улар яҡтылыҡты яратҡан үҫемлек булып һанала. Шулай ҙа улар ҡояш нурҙарының тура төшкәнен яратмай[3][4]. Бүлмәлә был гөлдө көнбайыш йәки көнсығыш тәҙрәлә үҫтереү яҡшыраҡ, иркен һәм ҙур һауытта гумус менән байытылған тупаҡта үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә[4]. Тәҡдим ителгән ер ҡатнашмаһы япраҡлы ер, кәҫле ер, торф һәм ҡомдан (1:3:1:1) торһон, тупраҡтың оптималь кислоталылығы 66,5 pH булһын. Йәйге ваҡытта мул итеп һыу ҡойорға кәңәш ителә.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

The Plant List мәғлүмәт базаһы мәғлүмәттәре буйынса (2010), род 107 төрҙө үҙ эсенә ала:

Chamaedorea costaricana
Chamaedorea pinnatifrons
Chamaedorea stolonifera
Chamaedorea tepejilote
Chamaedorea tepejilote: йомортҡаларҙа ҡыҙҙырылған ата сәскәләр

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 БСЭ, 1978
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Григорьев (ред.), 2006
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Ван дер Неер, 2012
  5. Сведения о роде Chamaedorea в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT)(инг.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]