Хатидзё утрауы
Хатидзё утрауы (япон. 八丈島) — Японияла урынлашҡан утрау; Токио махсус районынан 287 км көньяҡтараҡ Филиппин диңгеҙендә урынлашҡан Япония утрауҙарының вулкан утрауы. Был Идзу архипелагы төркөмөндәге ете утрауҙың иң көньяҡтағыһы һәм айырым урынлашҡаны.
Мицунэ утруҙары берекмәһенең үҙәге, Наканого, Каситатэ, и Окаго кеүек башҡа берекмәләр Токио Метрополисындағы Хатидзё ҡалаһының административ өлөшө булып тора. 2009 йылда 8363 кеше йәшәгән. Шулай уҡ, Хатидзё утрауы Фудзи-Хаконэ-Идзу милли паркы эсендә урынлашҡан.
Геология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хатидзё утрауы вулкандан бурлыҡҡа килгән утрау, оҙонлоғо 14,5 км, иң киң урыны 8 км. Утрау ике һүнгән вулкандан барлыҡҡа килгән. Хигаси-яма ( 東山 ), шулай уҡ Михара-яма ( 三原山 ) вулканының бейеклеге 701 м (2300 фут) беҙҙең эраға тиклем 100.000 йылдан беҙҙең эраның 1700 йылдарына тиклем әүҙем булған. Ниси-яма ( 西山 ), шулай уҡ Хатидзё-Фудзи ( 八丈富士 ) вулканы утрауҙағы иң бейек нөктә һәм Идзу утрауҙарындағы иң бейек түбә булып тора. Уның бейеклеге 854 метр (2802 фут).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хатидзё утрауы Викимилектә |
- Entry at Oceandots.com 2010 йыл 23 декабрь архивланған.
- Hachijo Town
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.