Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы
Нигеҙләү датаһы 1919
Ҡыҫҡаса атамаһы ВШПД һәм АТиСО
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Бойһонған ойошма (филиал) Екатеринбургский филиал Академии труда и социальных отношений[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт atiso.ru
Карта

Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы (АТиСО, 1990 йылға тиклем — Н. М. Шверник исемендәге ВЦСПС профсоюз хәрәкәте Юғары мәктәбеф) — Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорто. 1919 йылда нигеҙләнгән. Тулы исеме — юғары белем биреү профсоюздарҙың белем биреү учреждениеһы «Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы»[1]. 12 филиалы бар. Академияның ойоштороусыһы булып ВЦСПС-тың вариҫы — Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһы тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Профсоюз хәрәкәтенең юғары мәктәбе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу йортона 1919 йылдың апрелендә II Бөтә Рәсәй профсоюздар съезы ҡарары буйынса ВЦСПС-тың Инструкторлыҡ мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына.[2]

1920 йылда Инструкторлыҡ мәктәбе ВЦСПС Профсоюз хәрәкәтенең юғары мәктәбе итеп үҙгәртелә (ВШПД), ул 1940 йылда квалификациялы профсоюз эшселәре әҙерләү өсөн юғары уҡыу йорто статусы ала.[2]

1950 йылда мәктәпкә СССР-ҙа һәм сит илдә профсоюз хәрәкәте тарихы, сәйәси экономия һәм хеҙмәт иҡтисады буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп аспирантура асыу һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлауға ҡабул итеү хоҡуғы бирелә[2]

Мәктәп эргәһендә профсоюз хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү курстары һәм Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренең профсоюз активистары өсөн курстар була.[2]

1969 йылда мәктәп СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, нигеҙ һалыныуҙың 50-йыллығы менән бәйле, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2]

Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда СССР Министрҙар Советы Ҡарары менән Профсоюз хәрәкәтенең юғары мәктәбе (ВШПД) Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы (АТиСО) итеп үҙгәртелә.

1999 йылда академия коллективына Рәсәй Федерацияһы Президенты рәхмәт белдерә, ә уның хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусыларының ҙур төркөмө дәүләт наградалары менән билдәләнә.

2009 йылда академия ректораты һәм уның ойоштороусыһы ФНПР араһында конфликт килеп сыға. Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы, сәбәптәрен аңлатмайынса, академия ректоры Алексей Шулусты эшенән ҡыуып сығара, ректор вазифаһын башҡарыусы итеп, ғилми дәрәжәһе булмаған, ләкин ФНПР рәйесе урынбаҫары Т. Фролованың улы булған В. Малышев тәғәйенләнә[3].

Ойоштороусы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының ойоштороусыһы — Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар Федерацияһы (ФНПР).

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академияның баш ойошмаһында (2019 йылдың ғинуарына ҡарата) дүрт факультет бар:

Иҡтисад;

Юридик;

Социаль-гуманитар;

Урта профессиональ белем биреү.

Аспиранттар һәм студенттарҙың һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылға ҡарата юғары уҡыу программаһы буйынса уҡыусы студенттар һаны 16815 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән:

Баш структурала — 2739 кеше (шул иҫәптән 1568 кеше ситтән тороп);

Филиалдарҙа — 14076 кеше (шул иҫәптән 12056 кеше ситтән тороп)

Студенттарҙың бөтәһе лә тиерлек түләп уҡыған — 2014 йылда тик баш ойошмала ғына 220 студент-бюджетник[4].

2014 йылда академияла урта профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡыусы 407 студент (бөтәһе лә көндөҙгө бүлектә) була, шуларҙан 252 кеше баш ойошмала уҡый.

Академияла (2014 йылға ҡарата) 146 аспирант була (бөтәһе лә Мәскәүҙә)[4].

Филиалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академияның (2019 йылдың ғинуарына ҡарата) 12 филиалы бар[5]:

  • Алтай хеҙмәт һәм хоҡуҡ институты (филиал);
  • Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал);
  • Дағстан гуманитар институты;
  • Ҡазан филиалы;
  • Кубань социоиҡтисад һәм хоҡуҡ институты;
  • Красноярск филиалы;
  • Ҡурған филиалы;
  • Ырымбур филиалы;
  • Иҡтисад һәм хоҡуҡ институты;
  • Урал социаль-иҡтисади институты;
  • Саха иҡтисад — хоҡуҡ институты;
  • Ярославль филиалы.


Рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад университеттарының Рәсәй 2020 рейтингы буйынса (рейтингҡа иҡтисадйүнәлешле иҡтисад һөнәрҙәре булған уҡыу йорттары ла индерелгән) Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы В этом списке собран рейтинг экономических ВУЗов России. содержит высшие учебные заведения с экономическим профилем и наличием экономических специальностей.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. езав
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Петров, 1971
  3. имых
  4. 4,0 4,1 Общая численность обучающихся в ОУП ВО "АТиСО. Дата обращения: 13 февраль 2017. Архивировано 29 март 2017 года. 2017 йыл 29 март архивланған.
  5. ател 2020 йыл 28 октябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]