Христос Раштыуаһы сиркәүе (Волгодонск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Христос Раштыуаһы сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 2001
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Раштыуа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волгодонск
Епархия Волгодонск епархияһы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле русско-византийский стиль[d]
Рәсми сайт sobor-rosdestva.cerkov.ru
Карта
 Христос Раштыуаһы сиркәүе (Волгодонск) Викимилектә

Христос Раштыуаһының кафедраль соборыРостов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһында Волгодонск епархияһының кафедраль соборы. Биләмәләге ғибәҙәтхана комплексы Феодор Ушаков сиркәүе менән бергә Христос Раштыуаһы мәхәлләһе барлыҡҡа килтерә

Христос Раштыуаһы соборы Волгодонск ҡалаһының төп ғибәҙәтханаһы булараҡ 2001 йылдың 7 мартында асыла.

Артабан ҡорам төҙөү бер нисә йылға туҡтап ҡала. 2008 йылдың 15 октябрендә төҙөлөш эштәре яңынан башлана. 2008 —2011 йылдарҙа төҙөлөп ятҡан ғибәҙәтхана территорияһында изге Феодор Ушаков сиркәүе төҙөлә, ҡорам өсөн 13 ҡыңғырау һатып алына. 2010 йылдың 1 авгусында соборҙың аҫҡы төкәтмәһендә – Серафим Саровский ғибәҙәтханаһында изгеләндереү йолалары үтә. 2011 йылдың аҙағында ҡорамға дүрт ҡабырға көмбәҙе, 2011 йылдың аҙағына үҙәк көмбәҙ ҡуйыла. Һөҙөмтәлә ғибәҙәтхана бинаһының дөйөм бейеклеге 56 метр, ә үҙәк көмбәҙ һәм тәреләр менән 58 метр тәшкил итә[1].

Ғибәҙәтханан менән бергә 8 гектарлыҡ майҙанда йәкшәмбе мәктәбен, хәйриә ашханаһын, икона яҙыу оҫтаханаларын, нәшриәт үҙәген, балалар майҙансығын, ҡунаҡхана һәм православие гимназияһын үҙ эсенә алған комплекс төҙөү планлаштырыла

2011 йылда төҙөлөп ятҡан ғибәҙәтхана яңы барлыҡҡа килгән Волгодонск епархияһының кафедраль соборы.статусын ала[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]